Серле таң
Йым-йым йондоҙҙар
Йоҡоға талды,
Төн ҡараңғылығын
Таң алды.
Йылға өҫтөнән
Томан йүгерҙе,
Үҙ күләгәһен
Ҡалдырҙы.
Таң атҡанға ҡыуанып,
Талдарҙа
Һандуғас һайрай.
Тау артынан нурҙар бөркөп,
Ҡояш сәләмләй.
Мөғжизәгә,
Сихри көскә күмеп,
Доньяны йәмләй.
Әминә Сәғитова,
Белорет районы Манышты мәктәбенең уҡыусыһы.