+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
24 Август 2024, 10:35

Бер банка ҡаймаҡ... Аҙағы

Әммә оҙаҡҡа түгел шул, их оҙаҡҡа түгел... Ҡәдимебеҙгә алты ай тулғанда ауылыбыҙҙа ҡаты киҙеү сығып китте. Был киҙеү ныҡ ауыр, үтә лә ҡаты булды. Бөтә халыҡты ауырытты, бигерәк тә йәш балаларға яу булды ул.

Бер банка ҡаймаҡ... АҙағыБер банка ҡаймаҡ... Аҙағы
Бер банка ҡаймаҡ... Аҙағы

Әммә оҙаҡҡа түгел шул, их оҙаҡҡа түгел... Ҡәдимебеҙгә алты ай тулғанда ауылыбыҙҙа ҡаты киҙеү сығып китте. Был киҙеү ныҡ ауыр, үтә лә ҡаты
булды. Бөтә халыҡты ауырытты, бигерәк тә йәш балаларға яу булды ул.
Ҡәдимебеҙҙе лә урап үтмәне был әфәт. Уны әсәйем менән дауаханаға һалдылар. Мин иртән дә, төш тә, кис тә дауахана юлын тапаным. Ҡустым өсөн борсолам, уны минут һайын күргем генә килеп тора. Бөтә ауыр хәлдәге сабыйҙарҙы Сибай ҡалаһы дауаханаһына ебәрҙеләр, ә беҙҙең Ҡәдимде шәбәйеп килә, бирешмәй тип ебәрмәнеләр. Иртәгә сығарабыҙ тигән кисте мин йүгереп кенә инеп ҡустымды һөйөп, иркәләп, уйнатып сыҡтым. Мин сығып киткәндә карауатта уйнап ятып ҡалды ул. Әсәйем: “Балам, иртәгә сығабыҙ Аллаһ бирһә. Сабыр итегеҙ, йәме.”- тип ҡалды. Мин ҡайтып өйҙәгеләрҙе ҡыуандырҙым: “ Иртәгә беҙҙең ҡояшыбыҙ өйгә ҡайта, иртәгә Ҡәдим менән әсәйҙе сығаралар,”- тип һөйөнсөләнем, бөтәһе лә был хәбәргә ихлас шатландылар. Иртәгәбеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөп йоҡларға яттыҡ...
Таңға ҡарай ҡурҡыныс төш күреп ятам: Имеш, ҙур, ныҡ ҙур, үҙемдән дә ҙур йылҡылдап торған ҡап-ҡара бесәй тотоп алғанмын да, башынан һыйпап, түгелеп, ярһып–ярһып илайым икән тип. Ҡурҡышымдан ҡапыл уянып китәм һәм ҡысҡырып тороп ултырам. Аҙыраҡ йоҡонан айнығас, алғы яҡта илаған тауыш ишетәм дә атылып килеп сығам. Унда атайым менән әсәйем ҡосаҡлашып илай ине... Мин өйөбөҙгә оло бәлә килгәнен аңлап ҡатып ҡалам, нимә булды тип һорарға тауышым сыҡмай. Ипләп кенә әсәйем эргәһенә киләм дә һаҡ ҡына уға ҡағылам. Әйтеп биргеһеҙ хәсрәтле, йәш тулы күҙҙәрен миңә күтәрә лә ул илай–илай: ”Зилдә ҡыҙым, Ҡәдим ҡустың беҙҙе ташлап китте, яңы ғына үлеп ҡалды,” – тине...
Әсәйемдең өҫтөндә кейеме юҡ, аяҡтарындағы ойоҡбаштары бәкәленән лыҡма һыу ине. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғынан ул дауаханала йөрөгән халаттан ғына, аяғына быймаларын кейергә лә онотоп, ҡаты февраль селләһендә ҡарға бата–сума, ойоҡсан ғына йүгереп ҡайтҡан. Атайымды Ҡәдим янына алып килергә тип йүгергән бахырсыҡ ҡына әсәйем... Улар тиҙ генә икәүләшеп, дауаханаға барырға ҡуҙғалдылар, һаман да һыу ойоҡсан көйө, аяҡ кейемен дә, өҫ кейемен дә алыштырып кейергә уйламай, сығып барған әсәйемде мин туҡтатам. Тиҙ генә йүгереп йөрөп ойоҡбаштарын алыштырып, аяҡтарына быйма, өҫтөнә бәлтә кейҙерәм. Улар сығып китә, мин үкереп илап, ултырып ҡалам. Нисек инде үлде? Кистән генә һап-һау, шәп ине бит. Нимә булды икән бәләкәскенәбеҙгә? Был һорауҙарға яуап юҡ ине, атайым менән әсәйем ҡайтмайынса. Ябырылып килеп инде ҡара ҡайғы нурлы, бәхетле өйөбөҙгә. Ҡояшыбыҙҙы тартып алып, бар булған яҡты донъябыҙҙы һүндерҙе.
Атайым түгелеп илай–илай, дауахананан Ҡәдимебеҙҙең үле кәүҙәһен күтәреп, алып ҡайтты. Аҡылына зыян килгән кеше хәлендә ине ул. Сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫып, берәүҙе лә яҡын ебәрмәй, бөтә кәүҙәһе менә бәүетеп бер нөктәгә төбәлеп ултырҙы ла, ултырҙы, ә күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәштәр аҡты. Бер ваҡытта ла ҡартәсәйемә ҡаршы һүҙ өндәшмәгән атайым, уны ла яҡын ебәрмәне, ҡустымдың кәүҙәһен дә бирмәне. Әсәйем иһә төнө буйы ҡайғырып, ҡулында йән биргән сабыйының хәсрәтен күтәрә алмай йөрәк өйәнәгенән иҫен юйып йығылған. Уға тиҙ ярҙам күрһәтеп, хәл кергәнсе тип дауаханала алып ҡалғандар ине. Эй, бахырсыҡ әсәйем, эй, бахырсыҡ атайым...
Бер аҙ ваҡыттан, йән әҫәре ҡалмаған йөҙө, ап-аҡ ҡағыҙ төҫөнә ингән, күҙҙәренең нуры һүнгән әсәйем аһылдап ҡайтып инде. Берәүгә лә иғтибар итмәй, ул тура атайым янына үтеп, уны ҡустым менән бергә ҡосаҡлап ултырҙы. Әсәйем иламай, күрәһең күп илап йәштәре ҡороғандыр, күҙҙәрендә шундай тәрән, аңлатып бирә алмаҫлыҡ ҡайғы, ғазап. Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдең ошо хәлдә, ғәзиз сабыйҙарының үле кәүҙәһен ҡосаҡлап, ҡатып ҡалғандарын күреү минең өсөн мәңге онота алмаҫлыҡ тетрәнеү булып аңымда ҡалды. Ошо әжәлдә минең дә ғәйебем бар икәне, йөрәгемде бысаҡһыҙ телгеләй ине. Ғәйеплемен, мин бит ул ҡустымдың донъяға тыуыуын теләмәнем.
Тешем-тырнағым менән ҡаршы булдым. Аллаһ Тәғәлә “күпһенмә” тимәнеме икән, бына бит тартып алды беҙҙең ҡояшыбыҙҙы, ҡәҙерлебеҙҙе, ғәзиз ҡустыбыҙҙы... Нисек кенә сыҙарға һуң был ҡара ҡайғыға?
Инде шәбәйҙе, дауахананан сығарабыҙ тигәндә генә, кистән һап–һау күренгән, геүләп уйнап ятҡан сабый төндә тын ала алмай башлай, эстән әҫпеһе (внутренний диатез) ҡалҡып уны быуа. Был әҫпе шул тиклем ҡапыл һәм көслө була, бер нисек тә ярҙам итә алмай табиптар. Ғәзиз, ҡәҙерле сабый ғынаһы әсәйемдең ҡулында йән бирә. Ниндәй ҡот осҡос ҙур ҡайғы!..
Өй эсебеҙ менән сыр–сыу килеп илашҡан беҙҙе йыуатырлыҡ көс юҡ ине... Өйөбөҙ эсендәге ун бер кеше бөтәһе лә туҡтай алмай түгелеп илап, беребеҙ ҙә йоҡларға ятмай, ҡустыбыҙҙың янында төн үткәрҙек. Беҙҙең ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашырға, төндә көтөргә килгән бар кешенең дә күҙҙәрендә йәш ине. Атайым, дауаханан алып ҡайтҡандан алып, таң атҡансы бер минутҡа ла улын ҡулынан ысҡындырманы, тышҡа ла сығып әйләнмәне. Бына ул минең илағанымды күреп ҡалды ла, әрнеп, рәнйеп: “Ә һин, ҡыҙым, нишләп илайһың? Һин илама! Ҡыуан! Һин - ҡыуан! Ҡәдимдең тыуғанын теләмәнең бит һин, хәҙер ҡыуан, ҡыуан! Ҡотолдоң, балам!”... - тине миңә. Уның был ҡот осорғос, тетрәндергес һүҙҙәре минең бар булмышымды ялҡынлы ут булып өтөп алды һәм йөрәгемдә утлы яра булып мәңгелеккә уйылып ҡалды. Атайымдың күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыһынан әйткәнен аңлайым мин, әммә быны аңлауҙан бер ҙә еңеллек килмәй ине шул. Ҡайғырыуым, үкенеүем йөҙләтә артып китте генә. Ғәйебем бер нисек тә юя алмаҫлыҡ...
Ҡәдим ҡустым мәрхүмде ерләп ҡайтҡас, атайымдың бергә эшләгән иптәштәре, шоферҙар, ҡайғы уртаҡлашып, бөтәбеҙҙе лә йәлләп, ҡартәсәйемә: “Инәй, Ҡотдос ағайҙы сабыйының ҡәберенән саҡ сығарып алдыҡ. Ҡәбергә төшөп, бәпәйен ләхеткә һалды ла, йомарланып, ҡәбер төбөнә йығылды ла ҡуйҙы. Ҡалайтһа итеп, иҫенә килтереп, күмәкләп саҡ сығарып алдыҡ. Иҫенә килгәс, нишләп мине иҫемә килтерҙегеҙ, улым менән ҡуша ерләргә кәрәк ине, тип ҡотто осорҙо. Инәй, ағайҙы ҡарағыҙ, йөрәге насар бит,”- тип әрнеп һөйләнеләр. Ныҡ бала йәнле атайым менән әсәйем бик ауыр кисерҙеләр был ҡайғыны. Икәүһе лә ҡапыл ғына ныҡ ҡартайып, сүгеп киткән һымаҡ тойолдо.

Сабыйын юғалтыу уларҙы бөтөнләй аяҡтан йыҡты.
Ҡап-ҡараңғы Ҡәҙер төнөндә атайым алдында яп–яҡты булып күк асылып киткәндә лә, ул күп бала һораған бит Аллаһы Тәғәләнән. Байлыҡ та, башҡа бер нәмә лә һорамаған. Шуға күрә лә атайым тормош мәғәнәһен тик беҙҙә, һигеҙ балаһында күрә ине бит. Ә бына бәләкәй генә сабыйын юғалтыу атайым өсөн, әйтеп, һөйләп бирерлек түгел ҡайғы ине. Өйөбөҙҙә ҡояш һүнде, яҡты, бер ҡайғыһыҙ, ҡыуаныслы көндәр юҡҡа сыҡты. Ун бер кеше йәшәгән өй тип әйтерлек тә түгел, буп – буш, ҡараңғы, һалҡын. Һәр береһе үҙ мөйөшөнә боҫоп, тауыш–тын сығармай көн күреүгә әйләнде был йорттағы тормош. Өйөбөҙҙөң йәмен, йәнен, бәхетен, бар шатлығын Ҡәдим ҡустым үҙе менән алып китте. Инде нисек шул сабыйһыҙ йәшәргә? Ҡайҙан көс алырға?
Тормош дауам итте, атайым менән әсәйемә эшләргә, беҙгә уҡырға кәрәк ине, ә ҡәртәсәйем менән өләсәйемә өйгә күҙ ҡолаҡ булырға... Тормошобоҙ сағыу төҫтөрен юғалтһа ла, өйөбөҙҙә яҡты нурҙар башҡа уйнамаһа ла йәшәргә кәрәк ине. Атайым менән дә, әсәйем менән дә минең аралашыуым элеккесә ҡалды, улар миңә үпкәләмәгән һымаҡ ине. Бер йыл тирәһе үткәс кенә, ҡустыбыҙҙың йылын уҡытҡандан һуң, атайым минән ғафү үтенде. Ҡустымды юғалтҡан көндө ҡайғыһынан әрнеп, әсенеп әйткән ҡот осҡос һүҙҙәре өсөн. Мин дә ғәфү үтендем атайымдан да, әсәйемдән дә, алама холҡом арҡаһында уларҙы рәнйеткәнем өсөн.
Әммә атайымдың күңелендә, йөрәгенең иң–иң төбөндә иремәй ҡалған боҙ барын һәр ваҡыт тойоп йәшәйем мин ошо көндә. Ә әсәйем бахырсығым мине ғүмер буйы аңланы һәм нимә генә булһа ла ғафү итте. Ана бит әле өйҙә юҡ ҡаймаҡты табып алып килеп миңә тоттороп ебәрҙе. Эй, әсәй, әсәйем, әсәкәйем нисек кенә һинең алдыңда ғәйебемде юяйым икән? Нисек үҙемде-үҙем ғафү итәйем икән? Нисек? Был һорауҙар алыҫ юлыбыҙҙың һәр минутында минең мейемде сүкей ине. Күңелемдәге выждан ғазабы йәнемә тынғы бирмәй, сәйәхәтемдән дә йәм тапмайым.
Һәр туҡтаған станциябыҙҙа башҡа балалар туңдырма, тәмле–татлы, бәлеш һатып алырға сыҡһа, мин почта йәшниген эҙләп йүгерҙем. Һәр станциянан әсәйем-ғәзиземә хаттар осто, ул хаттарҙа өс кенә юл ине. “Әсәйем, һөйөклөм, ғафү ит мине! Зинһар, ғафү итә күр! Мин башҡа бер ваҡытта ла, ғүмерҙә лә һиңә ҡаршы һүҙ әйтмәйәсәкмен, һүҙ бирәм!..”

P.S. Һәм ошо биргән һүҙемде мин ғүмерем буйы тотасаҡмын. Ниндәй генә сетерекле хәлдәр килеп сыҡһа ла мин әсәйемә башҡа бер ваҡытта ла ҡаршы һүҙ әйтмәйәсәкмен. Атайым да, әсәйем дә минең яҡтан башҡа яман ҡараштар күрмәйәсәк, ауыр, ҡаты һүҙҙәр ишетмәйәсәк. Ауыр һүҙҙәр генә түгел, бер ваҡытта ла мин уларға ҡаршы һүҙ әйтмәйәсәкмен.
Әсәйемдең быға бик риза икәнен мин үҙем ишеттем. Үҙем кейәүгә сығып тормошло булдым. Радигым теге донъяларға китеп барғас, әсәйем минең янымда булды. Балаларыма күҙ ҡолаҡ булырға, миңә ярҙам итергә тырышты. Атайым ул ваҡытта инде күп йылдар, мәрхүм ине. Шул беҙҙә булған ваҡытында, әсәйем уртансы ҡыҙымдың минең менән телләшкәнен ишетеп: “Динара балам, нишләп әсәйең менән телләшһең? Ул бит әсәй! Былай ҙа атайығыҙҙы юғалтыу ҡайғыһынан алйыр хәлгә еткән әсәйеңә ҡаршы һөйләп, йәнен үртәмә. Хәбәреңде үлсәп, самалап, уйлап һөйлә ҡыҙым, һин бит ныҡ аҡыллы балаһың. Ана, әсәйең ҡырҡ йәшкә етһә лә миңә бер ваҡытта ла ҡаршы һөйләмәй, күреп, ишетеп йөрөйһөгөҙ бит. Сөнки мин уға Әсәй!” - тип әйткәнен ишетеп, әсәйемдең минән риза булғанын аңлап, бик ҡыуандым.
Атайым мәрхүмдең йөрәк төбөндә ятҡан боҙ оҙаҡ йылдар иремәйәсәк әле. Мин кейәүгә сыҡҡас, атайым кейәүенән бик риза булды. Уны әсәйем менән атайым, үҙ балаһы һымаҡ күрҙе. Ә шулай ҙа мин тоя инем атайымдың миңә ҡарата үпкәһен. Тик минең өсөнсө балам, улым тыуып, уны күрергә килгәндә генә мин атайымды нисектер асылып киткән кеүек тойҙом. Ә инде ул малайым алты айлыҡ булғас, беҙ уны ауылға атайымдарға алып барҙыҡ. Ике ҡыҙым былай ҙа әсәйемдәрҙә ине. Беҙ килгәндә атайым эштән ҡайтмаған ине әле. Бына ул ҡайтып инде лә, өҫ кейемен алыштыра һалып, йәһәт кенә ҡулдарын йыуҙы ла минең улымды алды.
Быға тиклем ике ейәнсәр бүләк иткәйнек инде беҙ атайым менән әсәйемә. Ә улыбыҙ уларҙың беренсе ейәне. Атайым ейәнен һикертеп уйната, сәпәкәй иттерә, алдына ултыртып ипләп кенә, еҫкәп кенә улымды һөйә, ә үҙенең күҙҙәренән эре–эре йәштәр аға ине. Ул да, беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо минуттарҙа ҡустым Ҡәдим мәрхүмде уйлай инек. Минең улым һымаҡ алты ай ине бит ғәзизебеҙгә, беҙҙе ташлап киткәнендә. Шуға ла атайым менән әсәйемдең ҡайғылары яңырғандыр, бөтәбеҙҙең дә инде, бөтәбеҙҙең дә... Ап–аҡ йөҙлө, ҡап–ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, тумалаҡ ҡына, тыпылдап торған минең улым ныҡ оҡшаған ине ҡустым мәрхүмгә. Беҙ нисә көн булдыҡ атайымдарҙа, ул шунса көн ейәнен ҡулынан төшөрмәне, хатта эшенән көн һорап ҡайтты... Ә балаларыбыҙҙың бөтәһен дә алып, ҡайтырға йыйынғас, атайым Радигым менән икебеҙҙе бергә ҡосаҡлап: “Зур рәхмәт, балалар, әсәйең менән миңә ейәнсәрҙәр, ейән бүләк итеп ныҡ ҡыуандырҙығыҙ. Бәхетле булығыҙ Аллаһ бирһә!”- тине. Был уның мине тулыһынса ғафү итеүе һәм бөтәбеҙгә лә биргән фатихаһы ине.

 

ЗИЛДӘ ХӘМИҘУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас