Сәғит вагон тәҙрәһенән ҡарап бара. Бына поезд күпер буйлап елә. Аҫта Ағиҙел йылғаһы аға. Тап ошонда уға Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡушыла. Һыу өҫтөндә аҡ пароходтар тирбәлә. Текә тау башында баш ҡалаға килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, Салауат батыр тора.
— Атай, ҡара, Салауат батыр һәйкәле! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Сәғит. Пассажирҙар тәҙрәгә ҡапланды.