-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
26 Август , 15:29

Аҡтырнаҡ менән терпе балаһы

Аҡтырнаҡ ағаслыҡтан атылып сыға ла олатайымды шул ағаслыҡҡа табан тартҡылай башлай. Олатайым шул яҡҡа табан йүгерә. Ҡараһа, бер ҡайын төбөндә бәләгә осраған терпе балаһы ята, ти.

Аҡтырнаҡ менән терпе балаһы
Аҡтырнаҡ менән терпе балаһы

Минең олатайым менән өләсәйем Серафимовка ауылында йәшәй. Уларҙың өйҙәре урман ситендә генә. Сөнки ауылыбыҙҙы тирә-яҡлап ҡуйы урман уратып алған. Шундай матур ерҙә йәшәйҙәр улар.

Олатайымдың Аҡтырнаҡ исемле эте бар. Йәй етһә, Аҡтырнағы менән балыҡҡа ла, еләккә лә, бесәнгә лә, утын әҙерләргә лә, бәшмәккә лә бергәйөрөйҙәр. Улар — айырылмаҫ дуҫтар! Минең олатайым шәп бәшмәксе лә!

Шулай август айының бер йылы матур иртәһендә олатайым Аҡтырнағы менән бәшмәккә юллана. Эт элеккесә тегендә-бында йүгерә. Ә олатайым кәрзиненең яртыһы тулып килгәндә, Аҡтырнаҡ ағаслыҡтан атылып сыға ла олатайымды шул ағаслыҡҡа табан тартҡылай башлай. Олатайым шул яҡҡа табан йүгерә. Ҡараһа, бер ҡайын төбөндә бәләгә осраған терпе балаһы ята, ти. Уның бер аяғы ер аҫтынан сығып торған тимер сыбыҡҡа эләккән. Бахырың, күпме интегеп ятҡандыр! Олатайым әкрен генә терпенең аяғын ысҡындыра. Тик уның аяғы яралы булып сыға. Шунан олатайым терпе балаһын, кәрзиненә ултыртып, өйгә алып ҡайтып китә. Ҡайтҡас, өләсәйем терпенең аяғын бинт менән бәйләп ҡуя. Бына шундай аҡыллы ул беҙҙең Аҡтырнаҡ! Олатайым яралы дуҫына оя яһап, алдына ашарға һәм эсергә һөт ҡуя.

Терпекәй көҙгө һалҡындар башланғансы олатайымдарҙа йәшәне. Аҡтырнаҡ менән шул тиклем дуҫлаштылар, хатта бер һауыттан һыйландылар. Терпекәйҙең аяғы төҙәлгәс, бесәйебеҙгә сысҡандар ҙа тотошто. Шулай итеп, Аҡтырнаҡтың энәле дуҫы ла барлыҡҡа килде.

Терпекәй ҡышҡылыҡҡа урманға киткәс, Аҡтырнаҡ бойоғоп, моңһоуланып ҡалды. Ул дуҫын һаман да һағына һәм көтә. Һауытындағы ризығын аҙ ғына ашай ҙа, ҡалғанын дуҫым ҡайтыр тип, ситкә алып ҡуя. Бына шундай тоғро дуҫ ул — беҙҙең Аҡтырнаҡ! Ә кем белә, бәлки, терпекәй яҙын кире ҡайтып та етер!

Самина ӘХМӘТОВА, Туймазы районының Серафимовка мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: