+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
27 Август , 13:43

Ҡуяндар дуҫлығы

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәхәлем мәктәбе уҡыусыһы Русалина РАФИҠОВАНЫҢ ижад емеше.

Ҡуяндар дуҫлығы
Ҡуяндар дуҫлығы

Урманда йүгереп йөрөй торғас, Ҡуянҡай исемле бәләкәй генә ҡуян балаһы күрше аҡланға барып сыҡҡан да аҙашҡан. Унда барһа ла — таныш түгел, бында килһә лә — ят урын. Күк йөҙө болотлап, урман ҡараңғыланған. Ел-дауыл ҡупҡан. Ямғыр һибәләй башлаған. Етмәһә, ул бик ныҡ асыҡҡан.

Шул саҡ ҡуянҡай бер өң күреп ҡалған. Унда ҡуяндар йыйылған икән.

— Әйҙә, үт, ямғыр үткәнен бергә көтәйек, – тигән уға хужалар. Йылп итеп килеп инһә, башҡа ҡуян балалары унда кишер кимерә икән.

Хужалар йомарт булып сыҡҡан, уны ла кишер менән һыйлағандар.

Ямғыр тиҙҙән тымған. Бүтән ҡуяндар, оянан сығып, һәр ҡайһыһы үҙ юлы менән киткән. Оло ҡуян Ҡуянҡайҙың кем балаһы булыуын һорағас, ул, иламһырап, үҙенең аҙашыуын һөйләп биргән.

Оло инә ҡуян бик мәрхәмәтле, хәстәрлекле икән. Ҡуянҡайҙы ул өйөнә хәтлем оҙатып ҡуйған.

Ата-әсәһенә ул хатта бер кәрзин күстәнәс бирергә лә онотмаған, ти.

Шунан алып, был ике ғаилә бик дуҫлашып киткән, ти.

 

Русалина РАФИҠОВА, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәхәлем мәктәбе уҡыусыһы

Фото: Гөлиә Айытбаева. Бөрйән районы Ҡолғана ауылы.

Автор:
Читайте нас: