+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
13 Сентябрь 2024, 08:00

һуңғы юлға оҙатыу

Айнур иртәнсәк йоҡоһонан уянғанында, әсәһе ҡулына ҙур сумка тотоп кибеттән ҡайтып инеп кенә тора ине. Ул сумкаһынан таҫтамалдар, яулыҡтар, ҡулъяулыҡтар алып, өҫтәлгә сығарып һалды. Бер ҡулъяулығында – тимер аҡсалар.

Айнур иртәнсәк йоҡоһонан уянғанында, әсәһе ҡулына ҙур сумка тотоп кибеттән ҡайтып инеп кенә тора ине. Ул сумкаһынан таҫтамалдар, яулыҡтар, ҡулъяулыҡтар алып, өҫтәлгә сығарып һалды. Бер ҡулъяулығында – тимер аҡсалар.
– Нимә эшләтәһең был тиклем әйберҙәрҙе, әсә-ә-әй?!– тине Айнур ғәжәпләнеп әсәһенә ҡараны.    
– Бабайың мәрхүм булып ҡалды, улыҡайым... Ниңәлер әсәһенең кәйефе төшкән. Күҙҙәре йәшкәҙәгәнсе...   
– Мәрхүм булыу ни була ул?       
– Яҡты донъянан киткән кешене шулай тип әйтәләр.       
– Ҡайҙа китә, ниңә китә бабайым? – тип бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы Айнур әсәһенә.

Әсәһенең бер туған ағаһы ҡаты ауырып, дауаханала ятҡанын белә ине ул. Әсәһе ауырыуҙың хәлен белешергә, ашарына алып барғанында, ул да бер нисә тапҡыр барҙы. Һуңғы ваҡыттары әсәһенең йөҙөнән йылмайыу юғалды. Йыш ҡына уфтанды. Үҙ алдына ниҙер һөйләнгәненә Айнур ғәжәпкә лә ҡалғайны.   
– Әсәй ни булды, һиңә ауырмы? – тип һораны бер көнө.
– Ауыр миңә, улым, – тине эсе бошоп, – бабайыңдың хәле арыуланмай...
– Дауаханала кеше һауығып сыға бит әс-ә-әй. Бына күрерһең әле, атлап ҡайтып та инер бабайым!  
– И-и-и балаҡайым, рәхмәт, күңелемде йыуатҡаның өсөн! Табиптар бар хәленсә тырыша.        

Бөгөн Айнур “Бабайым ниңә өйгә ҡайтмай китергә булып киткән икән,”-тип аптырауға ҡалды. Ул тәүге тапҡыр бындай хәбәрҙе ишетә.     
– Мәңгелеккә китә бабайың, улым...Мәрхүм булып ҡалған кешеләр теге донъяға китә.        
– Әсәй, теге донъя ҡайҙа?    
– Кеше яҡты донъяла мәңге йәшәмәй... Йә ауырып, йә ҡартайып, һуңғы көнө етһә, теге донъяға китә. Теге донъяға киткән кешеләр ҡабат беҙҙең менән бергә булмай... Бөгөн бабайыңды һуңғы юлға оҙатып ҡалабыҙ.      
– Нисек һуңғы юлға оҙатабыҙ, әсәй?     
– Һуңғы юлға оҙатыу йолаһы борондан килә, улым. Был көндө мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, ауыл халҡы, иң яҡындары оҙатып ҡала. Туған-тумасалары, дуҫтары хөрмәт итеп, уның тураһында яҡшы иҫтәлектәр һөйләп, ҙур табын ойоштора, уның рухына доғалар уҡыла. Мәрхүмдең ятҡан ере йомшаҡ, йәне Ожмахта булһын, тип изге теләктәрен теләйҙәр.    
– Ә-ә-ә...Ожмахта хәҙер бабайым ауырымай инде, эйеме-е-е?

– Эйе, шулай, улым. Йәне борсолмай, тәне һыҙланмай, тыныс йоҡлаһын.
– Йоҡлап ҡына ятамы бабайым унда?  
– Әйҙә, Айнур улым, барайыҡ оҙатырға... Бабайың күптәнән йоҡлай инде...Башыңа түбәтәйеңде кейеп ал, яланбаш инергә ярамай.

Улар барғанда өй алдындағы урам тышында, әллә күпме машиналар йыйылған ине. Бер нисә урында өйкөм-өйкөм булып кешеләр тора. Йөҙҙәре һағышлы. Тыныс ҡына ниҙер һөйләшәләр. Алыҫта йәшәгән инәләре лә килеп еткән. Өйҙә лә кеше күп күренә. Мулла Әхмәҙи олатай иң түрҙә ултыра. Бабайын ҡәҙерләп кенә ап-аҡ туҡымаға урап, иҙән уртаһына кейеҙ түшәп, шуның өҫтөнә һалып ҡуйғандар. Ул тыныс ҡына йоҡлап ята. Мулла оҙон доға уҡығандан һуң, бабайҙың туғандары хәйер таратып сыҡты. Әсәһе ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ, ирҙәргә таҫтамал таратты. Мулла олатайға иң ҙур таҫтамал бирҙе. Бала-сағаларға ҡулъяулыҡ, аҡса тотторҙо. Һуңынан ағайҙар, бабайҙар мәрхүмде һуңғы юлға алып сыҡтылар.Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ҡапҡа төбөндә оҙатып тороп ҡалды. Кемдер иланы. Ҡайһыһы уфтанды:«Э-э-эй, йәшләй генә китте...», – ти. Айнурҙың да күңеле тулып китте...Әсәһе       арҡаһынан һөйөп алды:

– Йә, йә балам... бабайыңдың йәне Йәннәттә булһын.      
– Ятҡан ере йомша-а-аҡ ҡына булһын бабайымдың, – тине Айнур. 

Ир-аттар зыяраттан ҡайтҡас, табынға ултырҙылар. Бишбармаҡ ашанылар. Аш янында апаһы тураһында, әллә күпме күңелле хәбәрҙәр һөйләнеләр. Мәрхүмдең туғандарының йөҙө яҡтырып китте. Айнурҙың да күңеле асылды. Ул да апаһы кеүек башҡаларға ҡарата ярҙамсыл булырмын, тип, уйлап ҡуйҙы.Кеше яҡты донъяла изге эштәр эшләһә, ул кешегә ожмах ишектәре асыҡ торор, йәне ожмахта рәхәт күреп йәшәр, –тип аҡыллы кәңәштәрен әйтте мулла олатай. Мәрхүмдең туғандарына сабырлыҡ, һаулыҡ теләне.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас