Йәғәфәр йәй һайын ауылға — олаталарына ҡайта. Һағынып көтөп ала ул иң оҙон каникулды. Уҡыуҙы ла ярата малай. Синыфтан-синыфҡа яңы фәндәр өҫтәлә тора. Белем алыуы ҡатмарлаша барһа ла, уҡыуы ҡыҙыҡ уға.