Август башы. Бер урам ҡыҙҙары иртәгәһе көнгә ҡурай еләге йыйырға барырға һөйләште.
– Бәләкәйҙәрҙе алмайбыҙ, Бәҙерғол һаҙы алыҫ, арырҙар. Мыжып, ҡамасау ғына яһарҙар! – тип киҫәтеп ҡуйҙы Зифа.
– Аяғығыҙға итек кейегеҙ, һаҙ батҡаҡ! Һаҙ буйында йылан булыуы бар.
Зифа Тау урамы ҡыҙҙары араһында саялығы менән айырылып тора. Йәшкә лә ҙур, быйыл етенсе синыфты тамамланы. Ҡыҙҙар уны тыңлай, уның һүҙе – һүҙ. Уйындарҙы ла ул ойоштора, һыу инергә лә уға эйәрәләр. Еләк бешкән осорҙа ҡыҙҙарҙы болон-туғайға алып барыусы ла – Зифа апайҙары.
Иртәнге сәғәт туғыҙға ун бишләгән ҡыҙ йыйылды. Еңмеш, бәләкәй Хәтирә лә эйәреп килгән икән. Зифанан ҡурҡып, апайының артында йәшеренә һалды.
– Хәтирә, бәләкәйҙәрҙе алмайбыҙ! Бәҙерғол һаҙында Мәскәй әбей бар. Бәләкәй ҡыҙҙарҙы алып ҡала. Бар ҡайт!
Хәтирә илай-илай ҡайтып китте. Зифа ҡыҙҙарҙы, тау буйлатып, тура юлдан алып китте. Бәҙерғол һаҙына килеп еткәндә, ҡояш төшлөктә ине инде.
– Ҡыҙҙар, бер тирәлә генә йыябыҙ, таралышмайбыҙ! Тәүҙә һаҙҙың бер яғында йөрөйөк. Төпкә бармағыҙ, һаҙға батып ҡуйырһығыҙ! – тине Зифа.
Ҡурай еләктәре уңған. Еләктең һутына тулып бешкән генә сағы, тейер-теймәҫтән ҡойолорға тора үҙе. Тәмлекәстәрҙе күреү менән ҡыҙҙарҙың ауыҙ һыуы ҡойодо. Килеп еткәнсә һыуап та өлгөргән инеләр. Башта һыуһындарын ҡандырғанса ашап алдылар. Юлда сыр-сыу килгән ҡыҙҙар, татлы еләккә әүрәп, тынып ҡалды. Һирәк-һаяҡ сыртылдап, ботаҡ һынған тауыш ҡына ишетелеп ҡала.
– Кем унда!? Төпкә инмәгеҙ, ситтә лә етерлек бит! –тине Зифа, ҡыҙҙарға иғтибарлы булыу кәрәклеген аңғартып.
– Апа-ай, ысын Мәскәй әбей бармы ул һаҙҙа? Ниндәйерәк икән Мәскәй әбей?– тине ҡыҙыҡһынып, Рәсилә.
– Би-ик борон булған хәл ул. Техника тауышынан ҡурҡып, хәҙер Мәскәй әбей ҡайҙалыр киткән, тиҙәр. Сәстәре оҙон, ялбыр, бер ҙә тарамаған. Һаҙға ул ғына хужа булған. Ҡурай еләген йыйырға килгәндәрҙе баҫтырып ҡайтарған, ти. Бәҙерғол исемле кешегә генә ҡурай еләген йыйырға рөхсәт иткән. Еләктәре бешһә, һаҡларға ҡушҡан. Бәҙерғолдоң исеме менән аталған ҡоҙоҡ әлеге көндә лә бар, тиҙәр. Мәскәй әбей шундай боҙоҡ булған, хатта башҡаларҙың был ҡоҙоҡтан һыу алғанын да яратмаған. Эҫе йәйҙә һыу эсергә төшкән һыйырҙарҙы, һарыҡтарҙы батырып, кешеләрҙе малһыҙ ҡалдырған, ти. Шуға күрә бер кем дә был һаҙға аяҡ баҫмаған. Бер мәл, Бәҙерғол, Мәскәй әбейҙе нимәгәлер ныҡ асыуландырған. Уны ла һаҙға батырған, тип һөйләйҙәр.
Ҡапыл шау-шыу ҡупты:
– Апа-а-ай, Миңсара батты! Мәскәй әбей! Ҡыҙҙар, ҡаст-ы-ы-ыҡ!
– Ҡайҙа батҡа-ан!? Туҡтағы-ы-ыҙ! Хәҙер Мәскәй әбей юҡ бит!
Зифаны бер кем дә ишетмәне. Ҡоттары осҡан ҡыҙҙар, ҡый-сый булышып, кемуҙарҙан, ауыл яғына табан йүгерҙе. Ҡайһыныһы эләгеп ҡолай, кемелер силәген ташлап ҡаса. Йүгереүгә сос Ғәлиә, ҡайһы арала өлгөргәндер,сисә һалып,итектәрен ҡулдарына тотоп тау итәгенә барып та еткән. Ҡыҙҙарҙы туҡтатырға арттарынан йүгергән Зифа, һаҙ яғынан тауыш ишетеп, туҡтап ҡалды.
– Апай, баты-ы-ым! – тигән тауышҡа, кире боролоп, ярҙамға ашыҡты. Һаҙ эсендә тубыҡтан батып, ҡурҡыуҙан ҡобараһы осҡан Миңсараны күреп албырғап ҡалды. Уны-быны уйлап тормай һаҙға төшөүе лә булды, үҙе лә батты. Көс-хәлгә юрмалап сығыуына бер итеге юҡ. Шул арала һаҙлыҡ һыпырып алып та ҡалған икән. Итеген алғанынса арманһыҙ булды. Эске тауыш: “Миңә һуҙылырға ярамай, Миңсараны батҡаҡ бөтөнләйгә убып ҡуйыр”, тип уйланы.
– Хәҙер, хәҙер, Миңсара! Ҡурҡма, мин һине сығарам! – тине, үҙе уға ҡурҡыуын белдермәҫкә тырышты. Һаҙ буйында ятҡан ботаҡты алып уға һуҙҙы. Миңсара таяҡтың осона ике ҡуллап сат йәбеште. Ләкин урынынан ҡыбырлай алманы. “Инде ни эшләргә?” – тип баш ватты Зифа.
Ауыл алыҫ. Ҡысҡырыуҙан файҙа юҡ. Ишетмәйәсәктәр. Ҡыҙҙар ҡайтып өйҙәгеләргә һөйләп бирһә, оҙаҡламай килерҙәр ҙә, тип өмөтләнде. Шулай ҙа, һаҙҙан сығып, ҡысҡыра башланы.
– Ҡотҡарығы-ыҙ, ҡотҡарығы-ы-ыҙ! Тик бер кем ишетмәне лә, яуап та бирмәне. Һөрәнләгән тауышы Ирәндек тауҙарының бейек ҡаяларына барып ҡаҡлығып, шаңдауы ғына кире әйләнеп килде: “Ҡотҡарығы-ыҙ, ҡотҡарығы-ыҙ!”
Ахырҙа, Унан-бынан ботаҡ йыйып, арҡыс-торҡос һалып, батҡаҡтың һыуыҡ һыуында өшөп, дер-дер ҡалтыраған Миңсараға табан юл һалырға тотондо. Тик уға яҡынлап ҡулынан тарта башлауы булды, Зифа үҙе билдән батты. Биттәре, сәстәре бысранып бөткән ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарап, өнһөҙ ҡатып ҡалды. Зифа илап ебәрмәҫ өсөн, башын ситкә борҙо. Шул саҡ ҡолағына арба тәгәрмәсенең кәлтерләгәне салынды. Ул бар көсөн йыйып, ҡысҡырҙы:
– Ҡотҡарығы-ыҙ, ҡотҡарығы-ыҙ! Беҙ бында-а! Тик өшөүҙән дә, ҡурҡыуҙан да, тауышы ҡалтыранып, көсһөҙ сыҡты.
– Кем бар унда? Кем ҡысҡыра? – тигән көр тауыш яңғыраны һаҙ буйында.
– Беҙ, беҙ! Беҙ бында-а! Беҙ батты-ыҡ! – тип кем уҙарҙан ҡысҡырып, илаша башланы ҡыҙҙар.
Әл дә бесәнгә килгән Басир ағай тауышты ишетеп ҡалған. Ҡайын ағасын йығып, батҡаҡ аша баҫма һалып, ҡыҙҙарҙы берәмләп сығарып алды. Миңсара
күм-күк булып өшөгәйне. Басир ағай ҡыҙҙарҙы йылындырырға усаҡ яға һалып ебәрҙе. Бесән ҡайғыһы төштән кире, тип ҡыҙҙарҙы алып ҡайтырға йыйынғанында, ах та ух килешеп Зифаның әсәһе менән күрше Бибекәй апай килеп еттеләр.
Был ваҡиғанан һуң, Миңсара һалҡын алдырып ике аҙналай дауаханала ятты.
Зифаның атаһы һөйләүенсә:
– Мәскәй әбей, тигәндәре юҡ хәбәр ул. Бәҙерғол тигән кеше, ҡурай еләген үҙе генә йыйыр өсөн, уйлап сығарған. Быйылғы һымаҡ бер яуын йылда һаҙҙың батҡағына үҙе бата. Ҡомһоҙлоғо шулай башына етә...