Кәнфит
Ҡыҙҙар кәнфит ярата,
Малайҙар ҙа ярата.
Улар белә, өләсәйҙең
Кәнфите ҡайҙа ята.
Ҡайҙа ятһа ла кәнфит,
Булырға тейеш тәртип.
Тәртип булған өйҙә һәр саҡ
Өҫтәлдә ята кәнфит.
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
* * *
Кәнфитте һуң кем яратмай,
Мин дә яратам уны.
Тик кәнфит тештең "дошман"ы
Бер үк онотма шуны, йәме!
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА