-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Октябрь , 12:56

Тыуған көнгә бүләк – сәйәхәт!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына бағышлайым. Тулыраҡ - сайтта:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына бағышлайым

 

Тыуған көнгә бүләк – сәйәхәт!

-Йәмил улым, хәйерле иртә, тор инде, бөгөн көн бигерәк матур, - тип иркәләп уятты әсәйем.
Күҙемде асып ебәрһәм, атайым менән әсәйем эргәмдә йылмайып баҫып тора. Минән дә иртәрәк торған ҡустым:

-Ағай,тыуған көнөңдә йоҡлап ятма инде, тор! Атайым менән әсәйем һиңә ҙууууур бүләк әҙерләне, - тип ҡысҡырып та ебәрҙе түҙмәйенсә. Серҙәрен һатты.
Минең өсөн бүләк - әлегә сер ине! Әсәйемдең йоҡа ғына итеп ҡойолған тәмле ҡоймағы менән рәхәтләнеп, иртәнге сәйҙе тәмләп эстек. Күңелдә бөтмәҫ шатлыҡ: ниндәйҙер мөғжизә көтәм һаман да! Ҡотлау һүҙҙәре лә күңелгә май булып яғылды. Әйтерһең дә бөгөн үҙенең тыуған көнө, иң әүҙемеҡустым. Ултырғысҡа баҫып, бүләккә әҙерләгән шиғырын мылтыҡтан атҡан шикелле яңғыратып һөйләп ебәрҙе. Ағай булараҡ, миңә ҙур ғына яуаплылыҡ та һалына икән. Атайым менән әсәйем, бер-береһенә ҡарап, мут ҡына йылмайыштылар. Мөғжизәле ваҡыт етте, ахыры. Әсәйем яғымлы ғына тауышы менән:

-Йәмил, балам, беҙ хәҙер ғаилә менән һинең аҙашың тураһында яҙған бөйөк яҙыусы Мостай Кәрим  олатайҙың һәйкәлен күрергә барабыҙ, - тине.
-Урррааа! - тип ҡысҡырып та ебәрҙе гел тиктормаҫ ҡустым.
Машинаға ултырғас, хыял донъяһында йөҙҙөм. Ошо бәләкәй ғүмеремдә Салауат батырҙың һәйкәлен генә күрҙем. Ә шундай яҡшы әҫәрҙәр яҙған яҙыусының һәйкәлен күҙ алдына ла килтерә алмайым! Нисегерәк икән?!

Атайым эштә саҡта, әсәйем миңә, ҡустымды йоҡлатҡас, “Оҙон–оҙаҡ бала саҡ” повесын уҡып ишеттергәйне. Кендек менән бергә бала саҡ донъяһын гиҙҙек. Бер туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙырҙым. Ә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен ғаилә менән бергәләп уҡыныҡ. Был китабы миңә бигерәк оҡшаны: әллә төп герой минең аҙашым булғанғамы? Һуғыш ваҡытында балаларҙың ауыр тормошон тыңлап, уларҙы ныҡ йәлләнем! Бигерәк тә, Йәмилдең әсәһе Оксана исемле ҡыҙҙы иҫән-һау алып ҡайтып еткерһә, ярар ине, тип борсолдом. Йәмил менән Оксананың йылы мөнәсәбәтенә һоҡландым да, сер итеп кенә әйтәм: әҙерәк көнләштем дә. Беҙ ҙә, ҡустымдың ҡарышҡан сағын иҫәпкә алмағанда, ныҡ дуҫбыҙ былай. Ҡояшым тип яратам, сөнки ул һап-һары һәм тумалаҡ, үҙе гел йылмая. Мин уны яратам, яҡлап йөрөтәм.

Бына яратҡан яҙыусымдың һәйкәле! Үәт, һәйкәл, исмаһам! Ҡараштарын йыраҡҡа төбәп, бөйөк әҙип үҙе ҡаршы алды. Имәндәй ныҡ ваҡыты.

-Таныным, таныным, был һарыҡ бәрәсе тотҡан Кендек үҙе! - тип ҡысҡырып ебәрҙем.
-Ә быныһы кем?– тип һораны әсәйем.
-Оло инәй , Оло инәй ! – тинем ҡыуанып, Оло инәйҙе танығанға.
Оло инәйһеҙ һәйкәлде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яратҡан яҙыусым унан бер тотам ҡалмай эйәреп, тормоштоң бөтә серҙәрен өйрәнеп йөрөгән. Кендек, шундай инәһе булғанға ла күпкә бәхетле тип һанаған үҙен. Оло инәһе – Оло юлға алып сығыусыһы!

Урал Хәлитов,

Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: