0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
16 Октябрь , 13:42

Итәғәтле Ҡуян

Борон-борон заманда, алыҫ ҡараңғы урманда, йәшәгән, ти, Ҡуянбай. Ул аҡыллы, итәғәтле, ярҙамсыл булған. Шуның өсөн дә уны барлыҡ хайуандар ҙа хөрмәт иткән.

Итәғәтле Ҡуян
Итәғәтле Ҡуян

Итәғәтле Ҡуян

Әкиәт

Борон-борон заманда, алыҫ ҡараңғы урманда, йәшәгән, ти, Ҡуянбай. Ул аҡыллы, итәғәтле, ярҙамсыл булған. Шуның өсөн дә уны барлыҡ хайуандар ҙа хөрмәт иткән.

Яҙҙың матур бер көнөндә Ҡуянбай Тейенкәйгә ҡунаҡҡа барырға йыйынған. Юлда барғанда ҡыуаҡлыҡ араһында берәүҙең шыңшығанын ишетеп ҡалған.

-Кем унда? – тип һорай ҡуянбай.

-Терпекәйем, миңә ярҙам итеп ебәрсе әле, зинһар! – тигән тауыш ишетелә.  Ҡуянбай, йүгереп, Терпекәй янына килә. Ысынлап та, ярҙам кәрәк икән. Бахырҡайҙың аяғы ботаҡҡа ҡыҫылған, уны ысҡындыра алмай яфалана. Ҡуянбай аптырап ҡалмай. Тиҙ генә бер таяҡ алып, ботаҡтарҙы ҡайырып, Терпекәйҙе бәләнән ҡотҡара.

-Рәхмәт инде үҙеңә! Был изгелегеңде ғүмерҙә лә онотмам, - ти Терпекәй.

Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Һаҡланып, барыр юлыңды ҡарап ҡына йөрө, - тип кәңәш бирә Ҡуянбай.

Ярай әле Терпекәйгә ул осраған. Кем бәләнән ҡотҡарыр ине?

Юлдарыбыҙҙа һәр ваҡыт изге уйлы, ярҙамсыл кешеләр генә осрап торһон ине!

Наҙгөл Әбҡәдирова,

Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: