-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
16 Октябрь , 12:26

Матур Өфө ҡалаһы

"Матур Өфө ҡалаһы" шиғыры. Авторы: Зарипов Тамерлан, Туймазы районы, Серафимовка ауылы, 3-сө мәктәп.

Матур Өфө ҡалаһы
Матур Өфө ҡалаһы

Матур Өфө ҡалаһы

Өфө матур ҙур ҡала

Өфө гүзәл баш ҡала.

Шул Өфөләрҙе һағына күңел,

Оҙаҡ ҡына бармай торһаң.

 

Өфө бирә йөрәктәргә дәрт

Ҡанат ҡуя иңдәргә.

Шул Өфөлә белем алып,

Күптәр булған ҙур кеше.

 

Өфө урамдары иркен

Зәңгәр уның күк йөҙө.

Бер яғында ямғыр яуһа,

Икенсеһендә ҡояш көлә.

 

“Өфө йүкәләре” һаман да

Яңғырай халҡым телендә.

Мәңге балҡы, мәңге йәшә,

Салауаттай данлы ҡалам.

Матур Өфө ҡалаһы
Матур Өфө ҡалаһы
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: