-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Октябрь , 16:37

Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы

Башҡорт халҡы һис юғалып ҡалмаҫ,Мостай шишмәһенән көс алһа.

Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы
Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы

Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы

Мостай Кәрим бушҡа көрәшкәнме,
Тыуған илен, телен һаҡларға
Бөгөн килеп телде тырышалар,
Ергә һалып кинәт тапарға.

Башҡорт илен манҡорт итәм тиеп,
Албаҫтылар күпме көс һала
Башҡорт халҡы һис юғалып ҡалмаҫ,
Мостай шишмәһенән көс алһа.

Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы,
Башҡортомдоң тере шишмәһе.
Тере шишмә һыуын эскән телем,
Ҡоромаһын мәңге шиңмәһен!
Вәсилә Әйүпова,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы,
"Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе.

Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы
Мостай Кәрим-бөйөк һүҙ оҫтаһы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: