Эңер төшкәс, арып-талып, мөңрәшеп, малдар көтөүҙән ҡайта башланы. Һеңлем менән
шуларҙы ялан аҙбарға индереп бикләнек тә тәҙрә аша ғына әсәйгә:
— Әсәй, һыйырҙарҙы алып ҡайтып яптыҡ. Беҙ ҡапҡа алдында
уйнайбыҙ, — тип һөрәнләнем.
— Ярай, әллә ҡайҙа юғалмағыҙ, — тине ул.
Беҙҙең сыҡҡанды ғына көткәндәр тиерһең, әллә ҡайҙан
Гөлназ, Айһылыу, Гөлнара, Илдар килеп етте.
Тап шул мәл күрше Хөснә инәйҙәрҙең ҡапҡа алды-
на ап-аҡ төҫтәге еңел машина килеп туҡтаны. Шунда
саптыҡ. Оло улы, Самат ағай ғаиләһе менән ҡайтҡан
икән. Һеңлем Әнисә кеүек бәләкәс ҡыҙҙары ла бар.
Хөснә инәй ҙә, йүгереп, урамға сыҡты. Ҡунаҡтар
менән күрешкәс, уларҙы өйгә саҡырҙы. Самат ағай
машинаһының багажнигынан бер тоҡ алып, ергә
ултыртты. Тоҡтоң ауыҙын асып, шундағы ба-
лаларға эре-эре ҡып-ҡыҙыл алмалар таратты.
Телде йоторлоҡ тәмле!
Айһылыу:
— Беҙҙең алма бешмәгән әле, был, ахыры,
иртә өлгөрә торған сортылыр,— тигән булды,
бик тиҙ юҡҡа сыҡҡан алмаһына үҙе лә апты-
рап.
Әлбиттә, күстәнәс әҙ булып ҡалды.
Илдар:
— Шунда икешәрҙе бирһә лә булыр
ине инде, бер ҡапсыҡ алмаһы бар, — тип,
ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
— Ярай, ярай, тәмле нәмә күп булмай ул.
Әйҙәгеҙ, Илдарҙарҙың бураһында уйнайыҡ,
— тип, шул яҡҡа йүгерҙе Айһылыу. Бөтәбеҙ ҙә
уның артынан эйәрҙек.
* * *
Иртән өй эштәрен бөткәс, баҡсаға түтәл утарға сыҡтыҡ.
Алма ағасы эргәһендә түтәл утап ултырған һеңлем, ҡо йолған,
бешмәгән алмаларҙы итәгенә йыйып, әсәй янына барҙы.
— Әсәй, бәлки, был алмаларҙы быҙауға ғына һалырғалыр?— тине,
ҡайҙа ҡуйырға белмәй.
— Бәй, ниңә аҙыҡты әрәм итергә, шундағы сеүәтәгә бушат, берәй нәмә эшләргә ярар әле, —
тине әсәйем, эшенән айырылмай ғына.
Әнисә береһен, итәгенә һөртөп, умырып тешләп алғайны, йөҙө һытылып, алмаһын йыуынты
күнәгенә ырғытты. Шунан, яныма килеп, уфтанып ҡуйҙы:
— Кисәге Самат ағайҙың алмаһы күпкә тәмлерәк ине.
— Эйе, күстәнәс тәмле ине, тик башҡа юҡ.
Һеңлем көтмәгәндә былай тине:
— Әйҙә, берәй йомош тапҡан булып, Хөснә инәйҙәргә инеп сығабыҙ,
бәлки, күстәнәскә тағы алма бирерҙәр.
— Ҡыҙҙары эргәһенә барһаҡ була инде, тик башта эшебеҙҙе бөтөрәйек.
Көн төшкә ауып бара ине инде. Ҡулдарҙы йыуып алғас, шым ғына Хөснә инәйҙәр яғына шыл-
дыҡ. Ихаталарында бер кем дә юҡ. Ишектәренә таяҡ ҡына терәп ҡуйылған.
Бәй, ҡайҙа киткәндәр, әллә еләккәме икән? Аптырашта ҡалдыҡ. Берәйһе килеп сыҡмаҫмы
тип, урамда бер тын баҫып торҙоҡ. Тик сүплектә тибенгән тауыҡтарҙан башҡа, йорт-ҡура ал-
дында башҡа бер йән эйәһе лә күренмәне. Һеңлем шыбырлауға күсте:
— Әлфиә апай, бар һин, инеп, ике генә алма алып сыҡ, ә мин ҡарап торам.
— Урлашырға мин бур түгел, — тип ҡаршылаштым.
— Мин бит “урла” тимәйем.
— Һорамай алғас, барыбер урлашыу була. Әйҙә, ҡайттыҡ,
әтеү әсәйемә әйтәм.
— Ике генә бөртөк алма юғалғанын улар һиҙмә йәсәк тә,
— ти һеңлем, һаман еңешеп.
— Һиҙмәһәләр ҙә, ярамай. Хәтереңдәме, Хөснә
инәйҙең, Аллаһ Тәғәлә, аҡ болот өҫтөнә улты-
рып, һәммәбеҙҙең ыңғай һәм кире ҡылыҡтарын
ҡуйын дәфтәренә теркәп ултыра, тигәне? Әле
лә беҙҙе ҡарап торалыр. Әгәр ҙә башыбыҙға
һуҡһа?
— Һуҡты, ти. – Һеңлем бирешергә
теләмәне. – Ул — берәү, ә кешеләр – күп.
Күреп тә өлгөрмәйәсәк, тик шәберәк кенә
йүгер. Һуҡһа, үткән йәй Зәбир бабайҙың
башына һуғыр ине. Беҙҙең бер йөк бесән-
де, көпә-көндөҙ урлап алып ҡайтып, һа-
райы башына өйөп ҡуйҙы. Ә уны, ыҙалап,
күпме саптыҡ, киптерҙек, күтәремләнек,
йыйҙыҡ, өйҙөк. Сапҡан ваҡытта хатта
атайым биленән яҙҙы...
— Шул бесәнде йәшен һуғып, һарайы ме-
нән янып бөткәнен хәтерләмәйһеңме ни? Аллаһ
Тәғәлә уға шундай яза биргән.
Һеңлем бер аҙ уйланып торғандан һуң:
— Әлфиә апай, әйҙә, үҙебеҙҙең йәшел алманы балға
бутап ашайыҡ, — тине.
Һеңлемде ышандыра алыуыма ҡыуандым. Етәкләшеп, өйгә
ҡарай йүгерҙек. Ҡапҡанан инеп өлгөрмәнек, әсәй:
— Эшегеҙҙе бөттөгөҙмө ни? – тип ҡаршы алды.
— Бер түтәл генә ҡалды.
— Ул саҡта сәй генә эсеп алығыҙ ҙа һуңынан утап ҡу йырһығыҙ. Баяғы быҙауға һалам
тигән алмаларыңдан бәлеш тә бешерҙем, — тине әсәй, Әнисәгә йылмайып.
Бәлеш бик тәмле ине, әсәй уға шәкәр ҙә ҡушҡан ахырыһы. Уның менән тәмләп сәй эсеп
алғас, кәйеф күтәрелеп китте. Ҡалған түтәлде утап бөттөк тә ҡапҡа алдына сыҡтыҡ.
— Бая, мине тыңламай, йәтеш эшләнең. – Һеңлем ҡыуа нысынан би-
темдән үбеп алды. – Бәлки, хәҙер Самат ағайҙың ҡыҙы янына барыр-
быҙ, инде ҡайтҡандарҙыр.
— Нимә, һаман ҡыҙыл алма ашағың киләме?
— Юу-у-уҡ! – тип йылмайып һуҙҙы ул. – Былай ғына, уйнарға...