Балалар, һеҙгә бик мөғжизәле ваҡиға тураһында һөйләгем килә. Ышанырғамы-юҡмы – уныһын инде һеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалдырам. Борон-борон заманда булған был хәл. Бер ауылда йәшәгән, ти, ҡарт ҡына әбей. Исеме уның Илбикә булған. Ҡулынан таянып йөрөгән таяғын бер ваҡытта ла ысҡындырмаған. Ергә етә яҙып, биленән үк эйелеп йөрөгәнгәме икән, һирәкләнгән сал сәстәре яулыҡ аҫтынан тырпайып сығып торған. Уның ҡарауы, ҡараштары рәхимле, яғымлы ғына булған әбекәйҙең. Битендәге тәрән йыйырсыҡтарҙы иғтибарға алмағанда, йөҙө нур бөркөп торған.