-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Ноябрь , 08:40

Әтек мәктәбе уҡыусылары шиғыр яҙа

Лиана Баймөхәмәтова менән Наҙгөл Абдрахманова яҙған шиғырҙар. Иҫке Собханғол мәктәбе Әтек филиалының 5-се һәм 8-се синыф уҡыусылары. Киләсәгебеҙ өмөтлө!

Әтек мәктәбе уҡыусылары шиғыр яҙа
Әтек мәктәбе уҡыусылары шиғыр яҙа
  • Һәр кем өсөн иң матуры,
    Иң аҡыллыһы – әсәй!
    Көндәр яҡтыраҡ була,
    Йылмайһа әгәр әсәй.

    Әсәй тәртипкә өйрәтә,
    Уны тыңларға кәрәк.
    Бөтә көсөн беҙгә бирә,
    Ул беҙгә ныҡлы терәк!
    Баймөхәмәтова Лиана, Иҫке Собханғол мәктәбе
    Әтек филиалының 5-се класс уҡыусыһы.
  • Әсәйем көн дә мине
    Иркәләтеп уята.
    Тор, балам, минең ҡәҙерлем,
    Дәрестәр һине көтә.

    Әсәйемде борсомайым,
    Иртә менән мин торам.
    Дүртле, бишлеләр менән
    Көн һайын ҡыуандырам.

    Уҡыуҙан ҡайтыуға әсәйем
    Сәйен өлгөртөп ҡуя.
    Әсәй менән сәй эсһәң,
    Күңелдәр нурға тула.
    Абдрахманова Наҙгөл, Иҫке Собханғол мәктәбе
    Әтек филиалының 8-се класс уҡыусыһы.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Теги:бөрйән
Читайте нас: