-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
27 Ноябрь , 09:02

Шиғриәт бәйгеһе

Уҡыусылар шиғыр яҙа. Бөрйән районы уҡыусылары ижады. Әйҙәгеҙ танышайыҡ!    

Шиғриәт бәйгеһе
Шиғриәт бәйгеһе

Бөйөк ватан һуғышы!

Нисәмә йыл барған һуғыш ,
Күҙ алдына ла килмәй.
Күпме һалдат башын һалған,
Дошманға ирек бирмәй.

Иҫкә алабыҙ , баш эйәбеҙ.
Исемһеҙ ҡалған батырға.
Дошманға ерҙе бирмәгән,
Атай-олатайҙарға!

Илебеҙ булһын тыныс,
Күгебеҙ булһын аяҙ.
Мәңге ҡояш балҡыһын .
Күңелдәрҙә яҙ булһын!

Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Хәмитова Гүзәлиә.

 

Еңеү көнө!

Бына тағын еңеү яҙы килде,
Күңелдәрҙә һағыш уятып.
Ярай әле бөгөн көнө һәйбәт,
Ҡояш апай тора йылытып.

Ошо урындарҙа ветерандар,
Ултырырҙар ине теҙелеп.
Ә ҡолаҡта миҙал сыңы яңғырай,
Түштәрендә торған теҙелеп.

Олатайым миҙалдары тиеп,
Тик йырларға ғына хәҙер ҡалды.
Ә уларҙың йәне ҡоштар кеүек,
Йылы яҡҡа китеп юғалды.

Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Әйүпова Вәсилә

 

 

77 йыл үтте был һуғышҡа, - тип

Ҡанлы тарих онотолоп бара,
Ә тарих хәтерҙән юҡҡа сыҡһа,
Оҙаҡламай яңы һуғыш башлана.

Олатайҙар яҡты күк йөҙө өсөн,
Төн йоҡламай бар көсөн һалған.
Балаларым именлектә йәшәһен, тип
Фашист ғәскәренә ҡаршы барған.

Һеҙҙең тырышлығығыҙга баш эймәгәс,
Сит ил менан һуғыш бара.
Башҡорт ерҙәренән киткән йәш егеттәр,
Һеҙҙең кеүек йәндәрен бирә.

Бер кем дә бер ҡасан һуғыш теләмәгән,
Ә тыныс тормошта йәшәгеһе килгән,
Әммә ҡайҙан килеп сыҡҡан был һуғыш,
Буталамын уйҙар сылбырында.

Рәхмәтлемен ата-бабаларға,
Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт егетенә.
Һау сәләмәт әйләнеп ҡайтһын,
Ғәзиз тыуған еренә.

Айытбаева Илүзә,

 Бөрйән районы Байназар ауылы “Аманат”тың "Йәш хәбәрсеһе".

 

Һүрәт: Силәбе өлкәһенең Сосновский районы Долгодеревенский ауылының балалар сәнғәт мәктәбенең йәш рәссамы Олеся Прозоря. 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: