-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
29 Ноябрь , 16:09

ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ

Зарина БАҒЫШАЕВА. ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ (Әкиәт-пьеса)

ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ
ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ

ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ

(Әкиәт-пьеса)

Ҡатнашалар:

Йылан

Кеҫәртке

Ҡуян

Тейен

Аждаһа

Ҡыш бабай

Ҡарһылыу

Башҡа йәнлектәр

 

Беренсе күренеш

Телефон тотоп, һөйләшә-һөйләшә Йылан килеп инә.

Йылан. Эйе, эйе, аңланым. Яңы йыл байрамына мотлаҡ килермен. Һау бул, Аждаһа! (Телефонын һүндереп ҡуя. Ҡыуанысынан сәпәкәйләп ала).

Киләһе йыл – минең йылым,

Шыуышам алға табан.

Байрамға әҙер тороғоҙ,

Мул булһын өҫтәл-табын!

Кеҫәртке килеп инә.

Кеҫәртке. Ниндәй тауыш, ниндәй байрам?

Һиңә Йылан, ни булған?

Йылан. Етеп килә минең йылым,

Күңел шатлыҡҡа тулған.

Кеҫәртке. Яңы йылмы? Мин дә барам

Һиңә эйәреп, Йылан!

Йылан. Кеҫәртке дуҫ, әйҙә, әйҙә!

Унда дуҫтар йыйылған!

Бергәләп сығып китәләр.

 

Икенсе күренеш

Тегеләй-былай Кеҫәртке йөрөй.

Кеҫәртке. Тәк-тәк, ниндәй хәйлә уйларға?

Теләк – Йылан булырға.

Төп хужа рәүешендә

Эләгергә байрамға.

Ошондай ҡойроҡ тектем (сумкаһынан сығарып күрһәтә),

Шыуышып та ҡараным (шыуышҡан кеүек хәрәкәт яһай).

Барыбер Йылан булып

Мин байрамға барамын!

Шул саҡ Йылан килеп инә.

Йылан. Әллә Йылан тиһең ул?

Саҡырҙыңмы, дуҫҡайым?

Кеҫәртке. Эһем (тамаҡ ҡыра). Эйе, эйе, Йылан дуҫ,

Кил әле, миңә һыйын.

Йылан Кеҫәрткегә яҡыныраҡ килә. Тегенеһе Йыланды ҡосаҡлаған булып, уны ағастағы өңгә индереп, таш терәтеп, бикләп ҡуя.

Йылан. Нишләүең был, дуҫҡайым?

Ниңә мине бикләнең?

Кеҫәртке. Һинең урынға үҙем

Йылан ҡиәфәтендә төп байрамға йүгерҙем!

Сығып китә.

 

Өсөнсө күренеш

Шыршы янында төрлө йәнлектәр бейеп йөрөй. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа шунда. Араларында Кеҫәртке-Йылан да бар. Күңелле музыка яңғырай.

Ҡыш бабай. Ергә килә бәрәкәт,

Ергә килә моң-ҡөҙрәт!

Ҡарһылыу. Хуш киләһең, Йыланҡай!

Һынатма инде, дуҫҡай!

Аждаһа. Иңемдәге бурысты

Тапшырамын Йыланға (Кеҫәртке-Йыландың башына “2025” тип яҙылған тажды кейҙерә).

Кеҫәртке-Йылан. Мең рәхмәт, барығыҙға!

Шатмын һеҙ йыйылғанға!

Шул ваҡыт йүгереп Ҡуян килеп инә.

Ҡуян (саҡ-саҡ тын алып). Туҡтағыҙ, һеҙ, йәмәғәт!

Кеҫәртке-Йылан. Был тағы ни ғәләмәт?

Ҡуян. Ни ғәләмәт – һин икән!

Үҙ дуҫын бикләп киткән!

Барыһы ла аптыраша. “Ни булды?” тип һорайҙар.

Ҡуян. Һеҙгә килә киҫәтке,

Ҡаршығыҙҙа – Кеҫәртке! (Кеҫәртке-Йыланға төртөп күрһәтә).

Кеҫәртке-Йылан. Мин Кеҫәртке түгелсе,

Йыланмын, күрегеҙсе! (Шыуышҡан була).

Ҡуян. Ах, шулаймы?! (Кеҫәртке-Йыландың ҡойроғона баҫа. Уныһы өҙөлөп төшә. Барыһы ла аптырап китә).

Ҡыш бабай. Ниңә улай алданың?

Ҡарһылыу. Ҡайҙа иттең Йыланды?

Шул мәлдә Тейен менән Йылан килеп инә.

Йылан. Һаумыһығыҙ! Мин – бында!

Тейен. Күреп ҡалдым Йыланды,

Бикләгәндәр бахырҙы.

Йылан. Ярҙам һорап ҡысҡырҙым,

Ишеттеләр, ахыры.

Тейен. Йыланҡайҙы ҡотҡарҙым,

Ҡуянды ла саҡырҙым.

Ҡуян. Шуны хәбәр итергә

Килеп еттем иң алдан.

Һеҙ белегеҙ: Кеҫәртке

Барығыҙҙы алдаған!

Аждаһа. Ниңә улай ҡыландың?

Эх, Кеҫәртке, Кеҫәртке! (Башынан тажды ала).

Кеҫәртке. Ғәфү ит, Йылан дуҫҡай,

Көнләшеү юйҙы иҫте...

Йылан. Байрам йәмен боҙмайыҡ:

Бергә татыу булайыҡ!

Аждаһа “Йыл хужаһы” тажын Йыланға кейҙерә.

Аждаһа. Хуш килһен, Йылан йылы!

Күңелгә булһын йылы!

Йылан. Ихласлыҡ менән алам

Йыл хужаһы бурысын.

Яҡшыға ғына өмөт:

Килер бәхет-ырыҫы.

Сәғәт һуҡҡан тауыш ишетелә.

Барыһы бергә. Һаумы, һаумы, Яңы йыл!

Күңелгә майҙай яғыл!

Именлек килһен ергә,

Моңло йыр булып ағыл!

 

Байрам тамашаһы шиғыр һөйләү, йыр-бейеү, уйын-көлкө менән дауам итә.

ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ
ЙЫЛАН МЕНӘН КЕҪӘРТКЕ
Автор:Зарина Бағышаева
Читайте нас: