-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
4 Декабрь 2024, 13:25

Шиғриәт бәйгеһе

Бөрйән һәм Ҡырмыҫҡалы райондары уҡыусыларының шиғырҙары

Шиғриәт бәйгеһе
Шиғриәт бәйгеһе

Башҡорт телем!

Мин башҡорт ҡыҙымын!
Үҙ телем — башҡорт телемдә
Шиғыр, хикәйә яҙамын.
Яратам Һине, телем!
Телем, Илем, Еремдең
Ҡәҙерен беләм.
Изге теләктә көн дә
Мәктәбемә киләм.
Туған телемдә илемдә
Шат йырҙар яңғыраһын!
Йомшаҡ, моңло телемде
Бар халыҡтар аңлаһын!
Тыныслыҡ килһен Еремә!
Тыныс йәшәйек гелән!
Ихлас йылмаяйыҡ беҙ
Атай-әсәй, дуҫтар менән!


Розалина АҘАНҒОЛОВА,
Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы.


Ҡыш бабай


Эй, һағындыҡ беҙ һине,
Ҡасан киләһең инде?
Аҡ һаҡаллы ҡыш бабай,
Оҙаҡлама кил, әйҙә!


Сулпан ХӘМИТОВА.
Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылы

Автор:
Читайте нас: