Башҡорт теле
Башҡортостан -минең тыуған илем,
Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан ерем.
Күккә ашҡан бейек тауҙарым,
Ҡарағайлы ҡуйы урмандарым.
Ғәзиздәрҙән ғәзиз әсәм теле
Ата-бабаларҙан ҡалған борондан.
Мәңге бөтмәҫ бөйөк башҡорт теле
Һис шикһеҙ мин быға ышанам.
Ҡысҡыраһым килә бар донъяға
Тыуғаныма шундай еремдә
Башҡорт телле тыуған илемдә.
Сабина Сафина
фото: Рания Ҡыуандыҡова, Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.