-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Декабрь 2024, 15:19

Тыуған яғым - алтын бишек

Мин Башҡортостан республикаһының иң йәмле райондарының береһе Ауырғазы районы Талбазы ауылында тыуғанмын тип башлаған хатын Яҡупова Алина, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы. Етәксеһе: Сатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.

Тыуған яғым - алтын бишек
Тыуған яғым - алтын бишек

Мин Башҡортостан республикаһының иң йәмле райондарының береһе Ауырғазы районы Талбазы ауылында тыуғанмын. Мин үҙемдең тыуған еремде өҙөлөп яратам. Уның балыҡҡа бай йылға һәм күлдәрен, ҡош һәм йәнлектәргә бай урманын,емеш-еләккә бай туғайҙарын, ҡунаҡсыл һәм уңған кешеләрен.
Ауылым йылдан–йыл ҙурая, матурая. Яңы урамдар барлыҡҡа килә, ҙур йорттар, магазиндар ҡалҡып сыға. Ауылымдың урамдары киң, таҙа. Кешеләре ихлас, тырыш. Төрлө милләт кешеләре дуҫ, татыу .
Һәр кемгә үҙенең тыуған яғы бик ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына барһаң да үҙеңдең тыуған ауылың барыбер яҡыныраҡ. Беҙҙең бурысыбыҙ ошо тәбиғәт байлыҡтарын, тыуған яҡтың матурлығын һаҡларға барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.

Яҡупова Алина, Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы

Фото: Илзирә Абрахманова

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: