-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Декабрь 2024, 12:15

Шыршы әкиәте

Был  хәл борон - боронда ла түгел, хәҙерге ваҡытта, Илсе тигән ауылда булған. Ауылдың урынлашҡан урыны шундай матур,серле,ти. Һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәте- үҙе бер мөғжизә. Ошо матур ерҙе уңған халҡы  борон-борондан   үҙенең төйәге иткән. Урманға. тауҙарға бик бай,ти.  Ауылдан йыраҡ түгел бик матур тауҙа  шыршылар  үҫкән.. Ул ауыл шул тиклем матур,ти, хатта бер тылсым эйәһе  шыршыларҙан «Илсе” тигән яҙыу ҙа яҙып ҡуйған, ти . Был йыраҡтан   башҡаларҙы  һоҡландырып үҙенә тартып тора.

Шыршы әкиәте
Шыршы әкиәте

Был  хәл борон - боронда ла түгел, хәҙерге ваҡытта, Илсе тигән ауылда булған. Ауылдың урынлашҡан урыны шундай матур,серле,ти. Һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәте- үҙе бер мөғжизә. Ошо матур ерҙе уңған халҡы  борон-борондан   үҙенең төйәге иткән. Урманға. тауҙарға бик бай,ти.  Ауылдан йыраҡ түгел бик матур тауҙа  шыршылар  үҫкән.. Ул ауыл шул тиклем матур,ти, хатта бер тылсым эйәһе  шыршыларҙан «Илсе” тигән яҙыу ҙа яҙып ҡуйған, ти . Был йыраҡтан   башҡаларҙы  һоҡландырып үҙенә тартып тора.

 Шул ауылда  Азат тигән   бер малай йәшәгән. Ул үҙе бик тә аҡыллы,тырыш булған, уҡыуы ла яҡшы,ти.. Ата-әсәһенә лә ярҙам итеп,туғандарын да  хәстәрләп кенә торған..  Азаттың Яңы йыл байрамына ғаиләһенә бүләк эшләгеһе килгән.. Урмандан шыршы алып ҡайтырға уйы булған.

Бына Яңы йыл да килеп еткән. Бөтәһе лә байрамға әҙерләнә башлаған. Азаттың да  өйгә тиҙерәк шыршы ултыртып биҙәһе килгән. Ул шыршы уйынсыҡтарын, төрлө-төрлө төҫтәге янған лампаларын  сығарып әҙерләнә башлаған. Яңы йыл етә башлағас,балтаһын алып  урманға шыршыға барырға булған. Урманға барып инһә, уның матурлығына хайран ҡалған.  Саф әкиәттәге һымаҡ,ти. Йәм-йәшел, матур-матур шыршылар малайҙы ҡаршы алғандар. Азат шунда ла иң матурын  алып ҡайтаһы килгән. Ул  һайланып оҙаҡ йөрөгән, бөтә ағастарҙы  ҡарап сыҡҡан. Арып- талып   бер ҡупшы ғына шыршы төбөнә хәл йыйырға ултырған. Ысынлап та, шыршы бик матур,ти. Азат ҡыуанысынан:

-Бына бит, һин ҡайҙа ултыраһың, Һылыуҡаййй!”- тип ҡысҡырып ебәргән. Һоланыуынан шыршыны  бер нисә мәртәбә әйләнеп тә сыҡҡан. Шулай  ҡыуанып торғанда тамаҡ ҡырған тауышҡа һиҫкәнеп китә. Бәй, шыршы төбөнә иғтибар менән ҡараһа, унда шундай бәләкәй генә буйлы,үҙе хәтле ҙурлыҡта бик ҡыҙыҡ йәшел төҫтәге осло  башлыҡ кейгән бер малай ултыра, ти.

 -Һин дә шул шыршы тип  килдеңме? Урмандағы бөтә ҡупшы шыршыларҙы ҡырҡып бөттөгөҙ ҙә инде!- тип ныҡ итеп сәрелдәп ебәргән. Азат  был һүҙҙәрҙән  аптырап ҡурҡып киткән.

- Һин кем? – тип һораған

- Мин урман эйәһе. Урманға матурлыҡ биреүсе, һинең кеүек башһыҙ малайҙарҙан һаҡлап тороусы тылсым эйәһе мин!

Азат,  ҡалай бер ҙә күрмәнем,йәшел башлығы эсендә булғандыр  инде,тип уйлап та өлгөрмәне,теге тылсым эйәһе  тағы ла нығыраҡ итеп:

 – Бер шыршыға ла тейеүсе булма! –тигән.

Азат ҡурҡышынан саҡ:

 –Шу-шунан,беҙ байрамды шыршыһыҙ ҡаршылайыҡмы инде!?-тигән.

Теге урман эйәһе малайға өндәшмәй оҙаҡ ҡарап торғандае һуң:

-  Магазинда бит яһалма шыршылар һатыла лаһа һуң! Шуны ултыртып биҙәргә булмаймы ни? Уларҙы ла бит беҙҙең кеүек тылсым эйәләре уйлап сығарған. Әҙерәк кенә тәбиғәтте һаҡлар инегеҙ. Беҙҙең генә, урман эйәләренең генә хәленән килмәй. Барығыҙ ҙа күпләп ҡырҡа башлаһа  тау башынан ауылығыҙға йәм биреп тороусы «Илсе” исеме лә юҡҡа сығыр бит! Йыл һайын байрам алдынан әллә нисә мең шыршы юҡҡа сыға бит !!!- тигән әсенеп.

 Был һүҙҙәрҙән һуң Азат бик ҡаты уйға ҡалған.  Бәләкәй генә тылсым эйәһе бик дөрөҫ әйтә бит, тип уйлаған. Үҙенә лә оят булып киткән. Оялышынан,хатта, ҡыҙарып бешеп киткән. Ниңә генә килдем икән, тигән уй башынан үтеп киткән.  Балтаһын да ҡайҙа ҡуйырға белмәй,бер урында тапанып тора биргән. Шунан бер ҡасан да урманға бер зыян да килтермәҫкә, тип,  тылсым эйәһенә һүҙ биреп ҡайтып киткән. Ҡайтып был хәлде ата-әсәһенә һөйләгән. Әлбиттә, ата-әсәһе Азаттың шыршы ҡырҡырға барғанын бер ҙә хупламағандар. Икенсе көнөнә магазиндан яһалма шыршы алып ҡайтып, щуны биҙәгәндәр.  Яһалма шыршы ла бер ҙә ысын шыршынан кәм түгел икән!  Азат урмандағы  һылыу шыршының ғүмерен өҙмәгәнгә бик ныҡ шатланған. Ул шыршы урманға йәм биреп, Яңы йыл төнөндә тағы ла ҡупшы булып ултыра ти. Ә тылсым эйәһе төнөн Азатҡа яһалма шыршы төбөнө үҙенең башлығына бүләктәрен һалып ҡалдырып киткән, ти. 

 

Учалы районы, Илсе урта мәктәбе

Бәхтиәрова Аҙелинә(Аделина)

 7-се кл. уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: