-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Декабрь 2024, 13:45

Балҡортостан иле батшаһы!

Борон-борон заманда бер кем дә аяҡ баҫмаған ер булған. Бында ҡуйы урмандары, йылға-күлдәре, бейек-бейек тауҙары иҫ киткес хозурлыҡта булған, ти.

Балҡортостан иле батшаһы!
Балҡортостан иле батшаһы!

Ошо ерҙәргә бал ҡорттары хужа булған, ләкин уларҙың башлыҡтары булмаған. Берҙән-бер көндө улар үҙҙәренә башлыҡ һайларға уйлаған. 

“Үҙебеҙ генә был ерҙәрҙе һаҡлап, байлыҡтарына хужа булып бөтә алмабыҙ. Башлыҡ итеп әҙәм затын һайларға кәрәк,” – тигәндәр бер тауыштан. Көндәрҙән бер көндө бер нисә бал ҡорто, кеше эҙләп, осоп киткән. Бик күп ерҙәр үтеп, илдәр гиҙеп тә үҙҙәренең күңеленә оҡшаған бәндәне осратмағандар.
Бал ҡорттары күстәренә кире ҡайтырға уйлап, ял итергә туҡтағанда бер мәл иҫ киткес илаһи моң ишеткәндәр һәм, таң ҡалып, тыңлағандар. Көй ишетелгән яҡҡа барһалар, унда йәш кенә бер сибәр егет, үлән көпшәһен ирененә терәп, тылсымлы бер моң сығара икән. Бал ҡорттары егеттән һорашырға булған:
— Эй, егет кеше, был илаһи көйҙө, моңдо нисек сығараһың?
— Был – ҡурай. Уны ҡурай үләненең көпшәһенән эшләнем.
Шуға өрһәм, ошондай моң сыға, — тип яуап биргән егет.
Бал ҡорттарының күңеленә бик оҡшаған был әҙәм:
— Һин беҙҙең башлығыбыҙ, ә еребеҙгә хужа булырға ризаһыңмы? — тигәндәр.
Егеткә быға тиклем үҙе күрмәгән нәҙекәй бил, егәрле бал ҡорттары бик тә оҡшап ҡалған һәм уларға ризалығын биргән.
Бал ҡорттары уны үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Егет был ерҙәрҙең матурлығына таң ҡалған.
— Йә, егет, оҡшанымы һиңә беҙҙең яҡтар? Был — Бал ҡорттары иле. Бөгөндән, ул — һинең дә илең! — тигәндәр.
Шулай итеп, ҡурайсы егет Балҡортостан иленең хужаһы булып киткән, ти.


Самир ЛАТИПОВ,
Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге
1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: