-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Ғинуар , 10:00

Оятһыҙ төлкө, әкиәт

Борон-борон заманда ҡуйы урманда бер Айыу йәшәгән, ти. Ул бал, ҡурай еләге, балыҡ ашарға яратҡан. Бына бер көндө айыу йылғаға балыҡ тоторға барған. Унда Бүрене осратҡан.

Оятһыҙ төлкө, әкиәт
Оятһыҙ төлкө, әкиәт

— Айыу ағай, хәлең нисек? Балыҡ ҡабамы? — тип һораған Бүре.
— Ҡаба әкренләп, — тигән Айыу.
— Мөмкин булһа, мин дә һинең менән бергә балыҡ тотор инем, — тигән Бүре.
— Ярай.
Шулай итеп, бергә балыҡ ҡармаҡлап, улар дуҫлашып киткән. Иртәһенә тағы балыҡҡа барғандар. Айыу менән Бүре күп кенә балыҡ тотҡан. Инде генә ҡайтабыҙ тигәндә, Төлкөнө осратҡандар. Ул бик хәйләкәр булған, ләкин быны дуҫтар белмәгән. Төлкө, быларҙың балыҡтарын күреп, шунда уҡ хәйлә ҡорған: тауҙың аръяғында йәшәгән Ҡуянға ярҙам кәрәк тип, тегеләрҙе алдаған. Айыу менән Бүре тиҙ генә ярҙамға йүгергән, ә Төлкө уларҙың балыҡтарын алып ҡасҡан.
Ҡуянды тапмай, дуҫтар кире йылғаға килһә, балыҡтары ла, төлкө лә юҡ, ти. Яңынан балыҡ тотоп, уны бешереп, ашарға ултырһалар, шул ваҡытта Төлкө тағы килеп сыға ла, бер ни ҙә булғандай, быларҙан ашарға һорай. Ә Айыу менән Бүре: "Оятһыҙ, һин беҙҙең балыҡты урлап ашаның. Хәҙер килеп, ашарға һорап йөрөйһөң", — тип, уны ҡыуып ебәрәләр. Шул көндән алып Төлкө Айыуҙы йәки Бүрене күрһә, ҡурҡып ҡаса, ти.

Марина Сәләмова,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: