Ҡышты һағынып
Һағынып ҡышты,
Ҡуян аҡ тунын кейҙе.
Йәм-йәшел шыршы
Ҡунаҡҡа килде.
Самат Һатлыҡов,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ҡыш етте
Бына тағы ҡыш етте
Тыуған еремдә.
Ап-аҡ ҡарҙар һырыла
Минең битемә.
Ошо саф ҡарҙар кеүек
Булһын беҙҙең күңелдәр.
Аҡ бәхет килтерһен
Беҙгә миҙгелдәр!
Саф һауала ниндәй рәхәт!
Сана-саңғы шыуабыҙ.
Тәбиғәттән һәр саҡ шулай
Йәнгә сихәт алабыҙ.
Рәсилә ҒАРИФУЛЛИНА,
"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡыш
Ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Тышта тауҙар өйөлә.
Балалар, шатланып ,
Сана шыуырға йүгерә.
Алик Заһитов,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ҡар яуғанда
Иртәнсәк тышҡа сыҡһам,
Матур итеп ҡар яуа.
Шул матур ҡар яуғанда
Шиғыр яҙырға булдым.
Эх, матур ҡар, йәмле ҡар,
Бигерәк матур яуаһың.
Һин өйөлгән көрттән мин
Ихлас сана шыуамын.
Дуҫтар менән бергәләп
Һырғалаҡтан саңғы шыуҙыҡ.
Тауҙан елеп, уйнап туйғас,
Ҡар бабай эшләп ҡуйҙыҡ.
Эх, матур ҡар, йәмле ҡар!
Бигерәк матур яуаһың.
Шулай матур яуғаныңа
Ҡышты ныҡ яратамын.
Эмиль Мөхәмәтйәров,
Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡыш
Оҙаҡ көттөрөп,
Ҡыш килеп етте.
Һалҡын бураны
Битте семетте.
Бурһыҡ, айыуҙар
Өңөндә йоҡлай.
Йылғалар туңып,
Боҙҙар ялтырай.
Ғәлинур Науразбаев,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡар бөртөктәре
Төшә күктән, оса күктән
Аҡ күбәләктәй ҡарҙар!
Тотоп алып ҡосаһы килә
Һәр бер ҡар бөртөгөн!
Әкрен генә ергә түшәлә
Аҡ мамыҡтай аҡ ҡарҙар.
Шул ҡарҙарҙан өйөләләр
Бейек-бейек аҡ тау тауҙар!
Нисек рәхәт шул тауҙан
Сана менән шыуыуы!
Кәрәк икән, "һә" тигәнсе
Ҡар бабай яһап ҡуйыуы!
Әйтерһең дә, Күк йөҙөндә
Кемдер иләктән он иләй.
Ергә төшкән ҡар бөртөгө,
Йымылдап, күҙҙе иркәләй.
Тамерлан Зарипов,
Туймазы районының Серафимовка мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡыш килде
Көнө һалҡын, ҡар яуа,
Тыуған еремә ҡыш килде.
Ап-аҡ декабрь айы
Шатлыҡтар алып килде.
Розалина Мөхәмәтшина,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.