Яҙҙың матур бер көнөндә Ҡуянбай Тейенбикәгә ҡунаҡҡа барырға йыйынған. Юлда барғанда ҡыуаҡлыҡ араһында берәүҙең шыңшығанын ишетеп ҡалған.
– Кем унда? – тип һорай Ҡуянбай.
– Мин — Терпе, миңә ярҙам итеп ебәрсе әле, зинһар! – тигән тауыш ишетелә.
Ҡуянбай, йүгереп, Терпеғол янына килә. Ысынлап та, ярҙам кәрәк икән. Бахырҡайҙың аяғы ботаҡҡа ҡыҫылған, уны ысҡындыра алмай яфалана. Ҡуянбай аптырап ҡалмай, тиҙ генә ботаҡтарҙы ҡайырып, Терпекәйҙе бәләнән ҡотҡара.
– Рәхмәт инде үҙеңә! Был изгелегеңде ғүмерҙә лә онотмам, – ти Терпеғол.
Артабан, һаҡланып, барыр юлыңды ҡарап ҡына йөрө, – тип кәңәш бирә уға Ҡуянбай һәм үҙе артабан Тейенбикәнең өйөнә табан йүгерә, унда Ҡуянбайҙы ҡунаҡҡа көтәләр бит.
Ярай әле Терпеғолға ул осраған, юғиһә, уны кем бәләнән ҡотҡарыр ине?
Юлдарыбыҙҙа һәр ваҡыт шулай изге уйлы, ярҙамсыл кешеләр генә осрап торһон ине!
Наҙгөл Әбҡадирова,
Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы.