+14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
25 Февраль , 11:30

Ижад ҡомары

Ҡыш Урамдарға, баҡсаларға, Урман-ҡырҙар өҫтөнә Аҡ мамыҡтай күбәләк ҡар Яуа ла яуа ғына.

Ижад ҡомары
Ижад ҡомары

Ҡыш
Урамдарға, баҡсаларға,
Урман-ҡырҙар өҫтөнә
Аҡ мамыҡтай күбәләк ҡар
Яуа ла яуа ғына.
Яңы яуған ҡар шығырлай,
Өҫтөнә баҫҡан һайын.
Ҡыуанышып ҡаршылайбыҙ
Һалҡын ҡыштың һәр айын.
Урамға сыҡтыҡ шаулашып
Өйҙәрҙән сана һөйрәп.
Уйнайбыҙ шау-гөр килешеп,
Ҡар бабайҙар әүәләп.

Ҡышҡы урман
Ҡарап торам тәҙрәнән,
Һоҡланып урманыма.
Бар тәбиғәт тынып ҡалған,
Татлы йоҡоға талған.
Ары-тирә осоп үтә
Ҡыҙылтүштәр, турғайҙар.
Яңы яуған ҡар өҫтөнә
Йәнлек эҙҙәре тулған.
Күҙҙе ҡамаштырыр яҡтылыҡ:

Ҡышҡы урман аҡҡа сумған.
Ябалаҡлап яуған ҡарҙан
Ағастар шәл ябынған.

НУРИЕВ Рәмис,

Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы.

Фото: Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы эргәһендәге экоһуҡмаҡ ("Башҡортостан" милли паркының телеграм-каналынан)

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: