+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Ижад ҡомары
4 Март , 13:53

Телем минең берәү!

Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Ислам Шәрипов "Сатҡылар" әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнә. Түңәрәккә Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова етәкселек итә һәм балаларҙы әҙәби ижадҡа дәртләндерә.

Телем минең берәү!
Телем минең берәү!

Телем минең берәү!

Әсә теле – ул берәү!
Онотма һөйләшергә,
Ҡайһы ғына ваҡытта ла
Башҡортса өндәшергә!


Рус, инглиз телдәрен дә
Тырышып өйрәнермен.
Тик үҙ телемдә мин һәр саҡ
Ихласлап һөйләшермен!


Йәшә, минең көслө телем,
Һин бит беҙҙе йәшәтәң.
Илемде яратырға
Күңелдә нур уйнатаң!

Ислам ШӘРИПОВ,

Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы, “Сатҡылар” әҙәби ижад түңәрәге ағзаһы.

Етәксеһе – Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова.

Һүрәттең авторы: Ғәфиәтуллина Дилназ, Туймазы районы Серафимовка мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: