-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Ижад ҡомары
14 Март , 09:25

Рауил Бикбай шиғриәте эҙенән

Өфөнөң Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназия­һында сираттағы “Бикбай уҡыуҙары” үтте. Төбәк-ара конкурс географик киңлеге менән хайран итте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәре, хатта Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан вәкилдәре ҡатнашты.

Рауил Бикбай шиғриәте эҙенән
Рауил Бикбай шиғриәте эҙенән

Конкурстың номинациялары ла төрлө ине. Берәүҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырҙарын тасуири һөйләүҙә ярышты, икенселәр, шағирҙың “Халҡыма хат” әҫәренә эйәреп, үҙе яҙған шиғырҙарҙы һөйләп күрһәтте, шулай уҡ әҙип ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре, ҡул эштәре ярышы еңеүселәре асыҡланды.
“Аманат” журналы ике уҡыусыға — Учалы районы Миндәк ауылының 7-се мәктәбе уҡыусыһы “Халҡыма хат” шиғыр номинацияһында еңеүсе Камилә Мәхмүтова менән Әбйәлил районының Рәхмәт мәктәбе уҡыусыһы конкурс призеры Инсаф Хөсәйеновҡа Маҡтау билдәһен һәм бүләктәрен тапшырҙы.
“Аманат”тың бүләктәренә эйә булған ике уҡыусының шиғырҙарын журналыбыҙҙа донъя күрһәтәбеҙ.

Шағир ижады

Башҡортостан бынан башлана, тип,
Рауил Бикбай шиғыр яҙғанда,
Һөйөү тулы йөрәк тойғоларын
Асып һалған тыуған яғына.
Башҡортостан бынан башлана, тип,
Ул һоҡланған мәғрур тауҙарға,
Тауҙар ҡуйынына йән өрөүсе
Тәү бабабыҙ Урал батырға.
Башҡортостан бынан башлана, тип,
Ул данлаған һыуын-ҡырҙарын,
Һыуы-ҡырҙарынан тәрән һәм киң
Оҙон көйлө моңло йырҙарын.
Башҡортостан бынан башлана, тип
Ул күҙ һалған ғәзиз халҡына.
Халыҡ йөҙө, халыҡ һүҙе булып,
Аҡмуллалар баҫҡан алдына.
Башҡортостан бынан башлана, тип,
Хыял ҡорған: “Илем йәшәһен!”
Яҡтылыҡҡа ул әйҙәгән илдең
Киләсәге булған йәштәрен.
Башҡортостан бынан башлана, тип,
Асам Рауил Бикбай ижадын.
Батырҙарҙың тоям көс-ғәйрәтен,
Сәсәндәрҙең һиҙәм тауышын.

Камилә МӘХМҮТОВА,
Учалы районының Миндәк ауылы.


Шағир Рауил Бикбайға эйәреп

Тыуған илем минең, ғәзиз илем,
Һине яҡлап халҡым ҡан ҡойған.
Ата-бабам ҡаны тамған ерҙе
Үҙ йәнеңдәй һаҡла һин, туған.
Ошо бөйөк, гүзәл, ғәзиз ерҙә
Йәшәүемә мин бик бәхетле.
Үҙ ереңдә үҙ телеңдә һөйләп,
Табып була йәнгә сихәтте.
Йырҙар яҙам. Халҡым түгел наҙан,
Тип яҙһа ла шағир Р. Бикбай,
Үҙ теленән ситләшеп бит күптәр
Хата аҙым яһай уйламай.
Телебеҙ бит күп быуаттар элек
Тамырҙарын алған тәрәндән.
Һәр бер һүҙҙә тарих сағылыш таба,
Һаҡлар кәрәк ынйы-мәрйендәй.
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Тип яҙғайны Бикбай бер заман.
Ғәзиз телебеҙҙе сит телдәргә
Алыштырғандар бар шул һаман.
Телен ҡәҙерләгән бәҫле булыр,
Тип әйтһә лә халыҡ мәҡәле,
Киләсәктә телде һаҡлар өсөн
Башҡараһы эштәр күп әле.
Тел һағында торған зыялылар,
Телде һаҡлап яҙған шағирҙар
Әйткәндәрен киләсәк быуындар
Ихлас ҡабул итеп алырҙар.
Телен һөйгән кеше илен һөйөр,
Илен һәм дә телен ҡайғыртыр.
Халҡын, илен, киләсәген яҡлар,
Телебеҙҙе һәр саҡ байытыр.

Инсаф ХӨСӘЙЕНОВ,
Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы.

Автор:
Читайте нас: