-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Апрель , 09:00

Тыуған яҡ ҡәҙере

Ҡояшлы апрель айы. Туғайҙарҙа яңы сыҡҡан йәш үләндәр ҡояш битендә иҙрәй. Тирә-йүнгә яҙ еҫен таратып, еләҫ кенә йомшаҡ ел уйнап китә. Ә зәңгәр күк йөҙө буйлап бер-бер артлы ҡоштар ҡайта.

Тыуған яҡ ҡәҙере
Тыуған яҡ ҡәҙере

Ошо ҡоштарға ҡарап, ҡалҡыулыҡта уйға батып, бер аҙ баҫып торҙо Булат. “Бына бер мәрәкә!?. Меңәрләгән саҡырым юл үтеп, күпме йылы, матур, йәшәү өсөн уңайлы илдәрҙә булалар, ләкин барыбер беҙҙең яҡҡа кире ҡайталар. Нисек аҙашмайҙар икән?” Булатты ошо һорау инде нисә көн борсой. Был турала ул өләсәһенән һорарға булды. Ул өйҙәренә тыны бөтөп ҡайтып инде лә:
— Өләсәй, ә ниңә ҡоштар, меңәрләгән саҡырым юл үтеп, йылы яҡтан кире беҙҙең яҡҡа ҡайталар ул? — тип һораны.
Хәҙисә апай яғымлы ғына итеп йылмайҙы ла:
— Сөнки улар тыуған яҡтың ҡәҙерен белә. Шуға ла, тыуған яҡтарын һағынып, аҙашмай ғына ҡайталар, — тип яуап бирҙе.
Булат аптырап ҡалды.
— Тыуған яҡ ҡәҙере нимә була ул?
— Тыуған яҡ ҡәҙерен иһә һәр кем үҙенсә аңлап белергә тейеш, — тине өләсәһе, Булаттың башынан һыйпап.
— Бәләкәйһең әле, үҫкәс белерһең, – тине лә эше менән булды.
Өләсәһе менән һөйләшкәндән һуң Булат тағы ла нығыраҡ уйға батты, тағы ла ҡатмарлы һорауҙар башын ҡатырҙы. Өләсәһенең “тыуған яҡ ҡәҙере” тигән һүҙе Булаттың уйында тик тора.
Шулай бер аҙна-ун көн үткәс, Булат ауылдың иң оло, иң аҡыллы кешеһенә – Хөсәйен ҡартҡа барырға булды. Бер юлы хәлен дә белер, бәлки, үҙен борсоған һорауына ла яуап табыр. Өләсәһе биргән күстәнәстәрҙе алып, Хөсәйен ҡарттың өйөнә барып инде. Ул ҡарт әбейе менән сәй эсеп ултыра ине. Булатты, әйҙүкләп, өҫтәл янына саҡырҙылар. Малай, оло кешеләрҙең һүҙен йыҡмайым тип, сәй янына ултырҙы. Шулай бер аҙ хәл-әхүәлде һорашып алғас, ул үҙен борсоған һорауҙы бирҙе.
— Олатай, мин һеҙҙән бер нәмә һорайым әле.
— Йә, йә, улым, һора әле, — тине Хөсәйен ҡарт.
— Нимә ул тыуған яҡ ҡәҙере?
Олатай кеше, бер аҙ йылмайып, уйланды ла былай тине:
— Мин һиңә бер әкиәт һөйләйем. Һин шунан һуң үҙеңдең һорауыңа үҙең яуап табырһың.
Йәмле йылға буйында, күккә олғашып торған тауҙар битендә, булған, ти, ҡуйы урман. Был имән урманы булған. Шул урманда башҡа ағастар менән йәш кенә имән ағасы ла үҫкән. Үҙе йәш, сибек булыуға ҡарамаҫтан, тамырҙары ныҡ булған. Ул эргәһендә үҫкән ағастар менән дуҫ булған. Үҙе һымаҡ йәш ағастар менән бергә елгә бәүелеп уйнаған, ә ҡышын дуҫтарын әсе елдән һаҡлаған. Бер ниндәй ҙә ел-дауыл уны ҡолата алмаған. Хатта ҡайһы бер өлкән ағастар ҙа бындай ел-дауылға ҡаршы тора алмай ҡолаған. Урманда ағастар күмәк булғас, татыу йәшәгән. Шуға ла ҡыш көнө һыуыҡ бурандан, ә йәй көнө эҫе ел-дауылдан, ямғырҙан бер-береһен һаҡлап, бер-береһенә таянғандар.
Шулай йәшәй торғас, был йәш имән дә мөһабәт ағас булып үҫеп еткән. Ауыр мәлдәрҙә имәндән ярҙам-кәңәш һорап килгәндәр. Ул, берәүһен дә айырмай, ярҙам ҡулы һуҙған. Урмандағы барса йәнлек: ҡурҡаҡ ҡуяндан алып йыртҡыс айыуға тиклем был имәнде хөрмәт иткән.
— Бына шулай, улым.
— Мин дә шул имән кеүек хөрмәтле кеше булғым килә.
— Ошо имәндең тамырҙары – һинең ете быуын ата-бабаларың. Уларҙы белһәң, һинең дә “тамыр­ҙарың” ныҡ булыр, ә имән менән бергә үҫкән ағастар – һинең туғандарың. Туғандар татыу булып йәшәһә, бер ниндәй ҙә елгә бирешмәҫһегеҙ. Ә урман инде – тыуған ерең, ауылың. Тыуған ереңдең ҡәҙерен белеп, уның кешеләре менән татыу йәшәһәң, киләсәктә һин бынамын тигән хөрмәтле, аҡыллы кеше булып үҫерһең, Аллаһ бойорһа!
— Ҙур рәхмәт, олатай! Хәҙер инде мин барыһын да аңланым.
Өйгә ҡайтҡас, өләсәһе:
— Йә, улым, аңланыңмы, нимә ул тыуған яҡ ҡәҙере?
— Тыуған яҡтың ҡәҙерен белеү өсөн үҙеңдең ете быуыныңды, ата–бабаларыңды белергә, үҙеңдең тыуған ереңде ҡәҙер итергә кәрәк. Ҡайҙа барһаң да, ҡайҙарҙа ғына йөрөһәң дә, тыуған яҡ, тыуған тупраҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора.
Туғандар менән татыу йәшәргә кәрәк. Тыуған ерҙең, туған телдең ҡәҙерен белеп, киләсәк быуынға тапшырыу – һәр кешенең бурысы.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң өләсәһе:
– Һай, минең үҫкәнем! – тине, улының арҡа­һынан һөйөп.


­Нәргизә Үҙәнбаева,
Баймаҡ районы Ярат мәктәбе уҡыусыһы.

"Сыйырсыҡтар ҡайтты". Данил Сисин. Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

 

Автор:
Читайте нас