-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Май , 09:25

Ниңә ҡуяндың ҡойроғо ҡыҫҡа, ә ҡолағы оҙон?

Әкиәт

Ниңә ҡуяндың ҡойроғо ҡыҫҡа, ә ҡолағы оҙон?
Ниңә ҡуяндың ҡойроғо ҡыҫҡа, ә ҡолағы оҙон?

Ҡыш килгәс, көнө буйы кү­бә­ләк­ләп ҡар яуған, ел-буран әсе һыҙғырып, бәләкәй тауҙар өйгән.
Ҡуян малайы Йомшаҡ төлкө малайы Ерән менән уйнарға сыҡҡан. Икәүһенең дә ҡолаҡтары япраҡтай, ҡойроҡтары оҙон булған.
Ошо мәлдә ҡарт Бүре, ашарына эҙләп, ҡалын ҡарҙы йырып, һунарға сыҡҡан.
Бүрене күргәс тә Ерән Йомшаҡты ҡыуаҡ эргәһендәге ҡар тауға сумдырған.
— У - у - у... Әле генә Ҡуян үткән, — тигән Бүре, ҡуяндың эҙҙәренә күрһәтеп.
— Ҡайҙа, юҡсы, — тигән Ерән, ҡуйы оҙон ҡойроғо менән эҙҙәрҙе һепереп. Бүре ары киткән.
Ерән Йомшаҡты тартып сығармаҡсы булған һәм ҡойроғоноң осонан тарта башлаған, әммә тартып сығара алмай, ти. Шунан йән көсөнә тағы берҙе тартҡан икән, ҡуян балаһының ҡойроғо өҙөлөп килеп сыҡҡан, ә төлкө балаһы ҡолап киткән, ҡойроҡ ҡулында тороп ҡалған, ти.
Шау-шыуҙы ишетеп, ас Бүре кире килеп тә еткән!
Ауыртыуҙан Йомшаҡ ҡар аҫтында тағы ла нығыраҡ ҡысҡыра икән.
— Әһә, белдем, — тигән дә Бүре, ирендәрен ялап, үткер тырнаҡтарын Йомшаҡтың ҡолаҡтарына батырып, өҫкә һөйрәй башлаған. Маңлай тирҙәрен һыпырып, бер аҙ ял итеп алғас, осло оҙон тырнаҡтары менән ҡолаҡтарҙы тағы ла эләктереп алған да, өҫкә күтә­реп, ҡуянды ергә алып бәргән!
Ҡолаҡтары оҙоооон һәм ергә тейгән, ҡойроҡһоҙ, етмәһә, ҡып-ҡыҙыл күҙҙәре менән үҙенә мөлдөрәп ҡарап торған йән эйә­һенән:
— Һа! Һин кем ул? — тип һораған Бүре.
— Ул телһеҙ. Йә, һикереп ҡара әле, — тигән булған Төлкө малайы. Йомшаҡ ергә тәгәрәгән дә оҙон шеш ҡолаҡтары менән йөҙөн ҡаплаған.
— Һин уны ашама! Беҙгә уны ашарға ярамай! — тигән Ерән, Бүренең күҙҙәренә тура ҡарап.
Бүре уны тыңлаған да ары киткән. Ерән дә ары ҡуҙғалған. Ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙон ҡолаҡлы Йомшаҡ иһә тау буйындағы уҫаҡлыҡҡа киткән. Уҫаҡ ҡабығын кимереп көн күргән.
Шунан бирле ҡуяндарҙың ҡолаҡтары оҙонайған, ҡойроҡтары бәләкәй генә йомроҡас булып ҡалған, ти.

Зөһрә Бәшәрова.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.

Автор:
Читайте нас