Иманиәнен бөгөн кәйефе юҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Кисә мәктәпкә китеп барғанда ул күрше Зәлифә әбейҙән һаулыҡ та һорашмаған, имеш, хатта күрмәмешкә һалышып үткән дә киткән. Ә әбекәй уңың әсәһенә лә әйтеп өлгөргән: "Ҡыҙығыҙ сәләм дә бирә белмәй, рәхмәтһеҙ үҫә бит", — тигән. Әммә ҡыҙ: "Йәшәрмен әле ул күҙгә лә күренмәгән "рәхмәтһеҙ", — тип кенә уйланы.
Бер ваҡыт Илһөйәр апалары дәрестә рәхмәт, изгелек, хөрмәт хаҡында һөйләй башлағайны, синыф гөж килде. Береһе изге эше менән маҡтанды, икенсеһе рәхмәтте күп алғанына маһайҙы!
Иманиә уйға ҡалды: ҡайҙан алырға был рәхмәтте?! Бөгөн ял, ваҡыт күп, рәхмәт эҙләп килергә кәрәк! Шул саҡ карауатында туҙышып ятҡан китаптарына күҙе төштө ҡыҙҙың. Тиҙ генә йыйып алып, уларҙы өҫтәлгә ҡуйҙы. Ҡурсаҡтарын да тәртипле генә урынлаштырғас, үҙенә лә рәхәт булып китте...
Әсәһенән рөхсәт алып, урамға сыҡты. Көн дә үткән һуҡмаҡтан үтте. Ана Рәмзил һеңлеһе менән магазиндан ҡайтып килә, пакеты ла ауыр күренә. Барырға, ярҙам итергә кәрәк! Өйҙәренә тиклем алып барышты! Ишек асҡан ҡарт өләсәләре: "Ҙур рәхмәт, ҡайһылай ярҙамсыл ҡыҙ", — тине.
Бына бит уйламаған ерҙән рәхмәт яуа! Иманиәнең аяҡтары ергә теймәй, шатлығынан осоп бара кеүек.Шул саҡта әсәһенең гел: "Осонма, аяҡ аҫтыңа ҡарап йөрө!" — тигәне иҫенә төштө.
Аяҡ аҫтына ҡараһа, унда эре-төрө таштар, сыбыҡтар тулып ята. Ҡыҙ юлды таҙарта-таҙарта барҙы. Ә күңелдә күпме ҡыуаныс! Кешеләр рәхмәт әйтәсәк!
Шул тиклем рәхәт кинәнес тойоп, бер аҙ арып, ҡайтып ингәндә әсәһе өй йыйыштыра ине. Ҡыҙ шунда уҡ уға ярҙам итә башланы. Әсәһенең рәхмәттәренән донъя тағы ла яҡтыраҡ булып китте...
Ҡыҙҙың: "Мин — Иманиә! Мин изгелек өләшәм! Мин рәхмәт эҙләйем, рәхмәт менән байыйым!" — тип, кешеләр ишетерлек итеп ҡысҡырғыһы килде.
Рәзилә Ҡотлогилдина,
Мәләүез ҡалаһының Үҙәк китапханаһы мөдире.