Ике игеҙәк, Рәмил менән Рауил бигерәк тыңлауһыҙ малайҙар булған. Әсәйҙәре, атайҙары берәй эшкә ҡушһа, былар урманға, һыу буйына ҡаса икән.
Тик бөгөн Рауил атаһын тыңларға булды. Ул уға утын ярышырға ҡалды, ә Рәмилдең табаны ғына ялтырап ҡалды.
Рәмил, эштән ҡасып, бөгөн һыу буйына барып бер ағастың төбөнә барып ултырҙы. Шул ваҡытта уға һыуҙан ниндәйҙер тауыш ишетелде. Рәмил яҡыныраҡ барып ҡараһа, ҙур, һимеҙ бер балыҡты күрҙе. Теге балыҡ шым ғына нимәлер һөйләй, хатта аңлап та булмай. Рәмил, ҡурҡыуына ҡарамай, был балыҡты ҡулына алды, шунан балыҡ асыҡ итеп уға һөйләй башланы.
— Рәмил, һин бит эш эшләргә яратмайһың, мин һине туғаның менән гел дә ошо урында күрәм, нимә һөйләшкәнегеҙҙе лә ишетәм. Әйҙә, тәнебеҙҙе алмаштырышайыҡ, һиңә балыҡ булыуы бик рәхәт булыр: бер нәмә лә эшләмәй, көнө буйы тик ятаһың.
Рәмилгә балыҡтың һүҙҙәрҙе оҡшаны:
— Ярай, мин балыҡ буласаҡмын, ялҡтым көндәлек эштәрҙән — тине.
Шул саҡта балыҡ ниндәйҙер тылсымлы һүҙ әйткәйне, Рәмил балыҡҡа әйләнде. Ә балыҡ, кешегә әйләнеп, йүгерә һалып, ҡасып китте.
Рәмил өйөнә ҡайтмағас, атаһы менән әсәһе уны бик оҙаҡ эҙләне. Бер көн улар тағы һыу буйына тағы килде. Рәмил, уларҙың тауышын ишетеп, ярға йөҙөп килде, туғандарын, ата-әсәһен, ауылын һағынып, илап ебәрҙе, әммә ҡоро ергә сыға ла, ҡабат кешегә әйләнә лә алманы.
Шулай итеп, Рәмил балыҡ булып һаман да һыуҙа йөҙөп йөрөй икән. Әгәр ҙә бер ерҙә һөйләшкән балыҡты күрһәгеҙ, дуҫтар, эргәһенән ҡаса һалығыҙ, сөнки ул — Рәмил. Улар менән тәнен алмаштырыр һәм киренән кешегә әйләнер өсөн шунда ялҡау балаларҙы көтөп кенә йөрөй, ти.
Илзирә Вәлиева,
Белорет медицина колледжы студенты.