Әүәл заман йәшәгән, ти, ике ялҡау.
Улар бер көн урманға барған. Бик асығып киткәндәр.
Береһе икенсеһенә әйтә икән:
— Әйҙә, алмағастан алма алайыҡ.
— Юҡ, йыбандыра, әйҙә ағас төбөнә ятайыҡ, алма үҙе төшөр ауыҙға, — ти икән икенсеһе.
Былар икәүләп алмағас төбөнә ятҡан, тик алма өҙөлөп төшөп килгәндә генә бер терпе йүгереп алманы эләктереп алған.
Терпе артынан атларға ла былар йыбанған.
Шулай итеп, ас ҡайтып киткәндәр.
Нәркәс Булатова,
Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы.
Бер заман төлкө ҡаҙҙы тотоп алған.
— Мин хәҙер һине ашайым, — тигән.
Ҡаҙ:
— Юҡ, төлкө, ашамай тор, мин һиңә бейеп күрһәтәм, — тигән.
Төлкө риза булған, сөнки ул элек ҡаҙҙарҙың бейегәнен күргәне булмаған.
Ҡаҙ, тыпырлап бейей-бейей, яйлап ҡына төлкөнән алыҫлашҡан да осҡан да киткән.
Шулай итеп, хәйләкәр ҡаҙ төлкөнө лә алдаған.
Самира Манишева,
Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы.