-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Июнь 2025, 10:30

Июнь һанындағы шиғырҙар

Ауырғазы, Бәләбәй райондары, Силәбе өлкәһе уҡыусылары ижады.

Июнь һанындағы шиғырҙар
Июнь һанындағы шиғырҙар

Яландағы сәскәләр

Ал, ҡыҙыл, күк сәскәләрҙе
Һыйпап үтте талғын ел!
Ошо матурлыҡты күреп,
талпына минең күңел!

Яландағы сәскәләр
бигерәк һушты ала.
сәскәләргә күбәләк ҡуна,
иркәләп, һыйпап ала!

Ошо сәскәләргә ҡарап,
йөрөнөм мин яланда!
Тәбиғәттең һәр биҙәге
тын ала кеүек бында!

Тыуған ерҙең, тәбиғәттең
ҡәҙерҙәрен беләйек!
Ерҙе,һыуҙы,урмандарҙы
Һаҡлап ҡына йәшәйек!

Вадим Зәйнуллин,
Сибай ҡалаһының күп профилле колледжы студенты.

Геү килә бал ҡорттары

Бал ҡорттары баҡсабыҙҙа
Геү килеп тора көн дә,
Шифалы бал йыйыр өсөн
Тырыша улар көн дә.

Ҡыш буйына рәхәтләнеп,
Баллап эсәбеҙ сәйҙәр.
Шифалы бал ашай-ашай,
Үҫә беҙҙең кескәйҙәр.

Азалия Ғүмәрова,
Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия–интернеты уҡыусыһы.


Өфөгә барғым килә

Баш ҡалаға барһам ине,
Урамдарын гиҙер инем.
Гөл-баҡсалы хозур Өфөм,
Төштәремдә күрәм һине,

Йәмле Ағиҙелде буйлап,
Йөҙәм аҡ теплоходта.
Һоҡланамын тирә-йүнгә,
Алһыу таңдар атҡанда.

Зөмәрә Хәлитова,
Баймаҡ районының Байым мәктәбе уҡыусыһы.

Ҡошсоҡ

Баҡсалағы алмағаста
Ултыра ине ҡошсоҡ,
Һуҙып ебәрҙе йырын,
Күңелем китте осоп.

Йәлләп киттем мин ҡошто,
Ярҙамға мин ашыҡтым.
Алдым бысҡы, ағас, сөйҙө,
Тағараҡ эшләп ҡуйҙым.

Элеп ҡуйҙым тағараҡты,
Емен дә һалып ҡуйҙым.
Турғай ҙа килеп ҡунды,
Моңло йырын да һуҙҙы

Илзирә Вәлиева,
Белорет медицина колледжы студенты.


Ҡояш апай, ҡалҡ инде!

Ҡояш апай, ҡалҡ инде,
Йылыт бөтөн доньяны!
Гел йылы булһын йәйҙәр,
Уңһын еләк-емештәр!

Әсәйем кеүек һөйөп,
Битемде иркәләйһең.
Һинең менән серләшәм,
Ҡайһы саҡта көнләшәм.

Мин һинең кеүек булһам
Икһеҙ-сикһеҙ йыһанда,
Бер ҙә юғалмаҫ инем
Болоттар араһында.

Ҡышты ла йылытыр инем,
Ҡарҙы иретер инем,
Шатлыҡ өләшер инем,
Ерҙе йәшәртер инем.

Сабина Йәнбирҙина,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Иҫке Субыл мәктәбе уҡыусыһы.

Теле барҙың – иле бар!

Донъяла иң-иң матур ил —
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел —
Ул минең туған телем.

Айтуған Назаров,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

Розалина Мөхәмәтшина һүрәте. Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас