-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
17 Июль 2025, 10:30

Ер башы

Яҙ. Ҡар иреп бөтөп, яҙғы сәсеү эштәре башланып тора.

Ер башы
Ер башы

Тап ошо ваҡытта атайым ер башы тураһында һүҙ алып бара. Ул йыш ҡына ер башында туҡтаныҡ, йә булмаһа, ер башында тракторҙы ҡалдырҙым тип һөйләй. Миндә был һүҙҙәр ныҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Нисек тә булһа ер башын барып күрге килә. Уның ситенә ултырып, аяҡты бәүелтке, күҙәтке, хатта таш ташлап ҡарау теләге арта барҙы.
Бер көндө өйөбөҙ эргәһендәге бәләкәй тау башына мендем. Ҡулымды ололарса ҡаш өҫтөнә ҡуйып, атай эшкә барған яҡҡа ҡарап торҙом, ләкин ерҙең башы күренмәне, алыҫтараҡ моғайын, тип уйлап ҡуйҙым.
Кис атайҙың эштән ҡайтҡанын, йоҡламайынса, түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Сәй эсеп ултырғанда, ер башын күргем килә, тинем. «Иртә тора алһаң, алып барам», — тине атайым.
Бәләкәй тау артынан атылып сыҡҡан тәүге нурҙар менән бергә уянып, юлға сыҡтыҡ. Яңы ҡалҡҡан ҡояш күҙҙе сағылдыра, соҡор-саҡыр­лы юл тракторҙы арыу ғына һикертә. Түҙеп барам, ер башын күреү теләге көслө. Бер аҙ барғас, тау итәгенән аҫтараҡ урынлашҡан тип-тигеҙ итеп күпертеп һөрөлгән, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ сөм-ҡара баҫыу ситенә килеп туҡтаныҡ.
«Бына ошо була инде ер башы, улым», — тип, атайым, мине күтәреп алып, яурынына ултыртты. Унда иһә икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыу йәйелеп ята. Иртәнге ҡояшҡа монарланып, боҫорап, тағы ла алыҫтараҡ күкшелләнеп күренгән офоҡ сите үҙенә саҡырып ымһындыра. Атайҙың көслө яурынында ултырыу ышаныс, ҡыйыулыҡ өҫтәй, күңелгә шатлыҡ, аңлата алмаҫлыҡ бәхетле хис-тойғоһо бирә.
Ә алда беҙҙе туйындырған, үҙенә һыйындыр­ған, күҙ күреме барып етмәҫ киңлеккә тоташып, ысын Ер башы йәйелгән ине.

Хәмит Әбүбәкиров.

Автор:
Читайте нас