-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Август 2025, 13:45

Август һанының шиғриәт бәйгеһе

Мәктәбебеҙҙә ойошторол­ған “Дуҫлыҡ” ял лагерында балалар, фәһемле сараларҙа, спорт уйындарында ғына ҡатнашып ҡалмай “Күңелле инглиз теле”, “Битлек”, “Оҫта ҡулдар”, “Спорт уйындары”, “Тылсымлы буяуҙар” түңәрәктәренә лә йөрөнө. Быйыл лагерҙа тәүге тапҡыр әҙәбиәт һөйөүсе балалар өсөн “Ҡаурый ҡәләм” исемле түңәрәк ойошторолдо. Унда балалар билдәле шағирҙар һәм яҙыу­сыларҙың биогра­фия­һы, әҫәрҙәре менән танышты, тиҫтерҙәренең төрлө гәзит-­журналдарҙа баҫылған ижадына байҡау яһаны. Йәш ижадсылар үҙҙәре лә бында тәүге әҫәрҙәрен ижад итеп ҡараны. Яратҡан журналыбыҙ "Аманат"ҡа шуларҙың бер нисәүһен тәҡдим итәбеҙ. Гөлшат Рәшитова, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәге етәксеһе.

Август һанының шиғриәт бәйгеһе
Август һанының шиғриәт бәйгеһе

Беҙҙең лагерҙа

Көндәр йылы, Ҡояш көлә
Беҙҙең “Дуҫлыҡ” лагерында.
Дуҫтар менән бергәләп
Ял итәбеҙ беҙ бында.

Вожатыйҙар дуҫ, аҡыллы,
Иҫтәлекле һәр көнөм.
Килегеҙ беҙҙең “Дуҫлыҡ”ҡа
Алырһың яңы белем.

Эльмира Мәмбәтова.

Мыраубикә

Бесәйем — Мыраубикә,
Үҙе йомшаҡ, бик иркә.
Яратам һәм уйнайым,
Бик тырышып ҡарайым.

Бер көн ул сыҡты тышҡа
Һәм юғалды оҙаҡҡа.
Бик ҡайғырҙым, уйландым,
Тирә-яҡты ҡараным.

Бер саҡ килә тауышы,
Бына күренде башы.
Бәләкәсем, бесәйем,
Һөтөкәй эсерәйем.

Зарина Ҡоҙабаева.

Дуҫтарым

Дуҫтарым булғанға
Мин бик ҡыуанам.
Бергәләп уйнарға
Бик тә яратам!

Инсаф Сурин.

Һарыҡай

Йәйге сыуаҡ иртәлә,
Мырлап, Һарыҡай йоҡлай.
Төнөн һунар иткәнгә
Бесәй арыған буғай.

Әминә Таһирова.


Йәйге көндәр

Алсаҡ Ҡояш Күктә көлә,
Яуа Ләйсән ямғырҙар.
Йәй килде тип ҡыуаналар
Ҡыҙҙар менән малайҙар.

Баҡсала еләк бешә,
Шат йылмая сәскәләр.
Йылы көнгә ҡыуанып.
Балалар шат көләләр.

Нурислам Сәйфуллин.

Бәләкәй дуҫым

Минең бар бесәйкәйем –
Бәләкәй генә дуҫым.
Үҙе аҡ, йомшаҡ ҡына,
Йөрөй баҫып һаҡ ҡына.

Уйнайым уның менән,
Бигерәк тә шуҡ бит ул.
Миңә килеп һөт һорай,
Шундай аҡыллы бит ул.

Данир Ғәлин.

Матур мәл

Бына тағы йәй етте,
Күңелем үҫеп китте.
Бала саҡтың матур мәле,
Үтмәйерәк торсо әле.

Сәлимә Азаматова.

 

"Йәй", Таһир Рәхимов һүрәте. Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас