-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Август 2025, 10:25

Айыу нисек урманға хужа булған?

Әкиәт

Айыу нисек урманға хужа булған?
Айыу нисек урманға хужа булған?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ике айыу балаһы. Өлкәне ҡыйыу йөрәкле, батыр, әммә буй­ға бәләкәй булған. Ә кесеһе – тап уның киреһе: кәүҙәгә ҙур булһа ла, ҡуян йөрәкле ҡурҡаҡ икән. Шуға бер ҡасан да ағаһынан айырылып йөрөмәгән. Бер көндө, ата-әсәһенән ҡалған йорт­тары серегәс, яңыһын төҙөргә булғандар. Ағаһы ҡустыһына:
– Ҡустым, мин өй һалған арала бар, күлгә барып, балыҡ тотоп кил, сәй янына аҙыҡ та булыр, – тигән.
– Ағай, унда ҡурҡыныс түгелме ул?
– Ҡустым, һин ҙур бит, нимәнән ҡурҡаһың? – тигәс, айыу балаһы ҡыйыуланып балыҡҡа кит­кән, ти. Күл буйына барып, ултырып алған. Ҡара­һа, яҡында ғына арыҫлан да балыҡ тотоп ултыра. Айыу балаһын күреп ҡалған да, ҡулын күтәреп, сәләмләгән. Балыҡты ҡурҡытмайым тиеп, арыҫлан бышылдап ҡына өндәшкән:
– Һай, батыр ҙа айыу, ҡарпып ҡына тора балығың!
Айыу балаһына был: «Һай, батырам, айыу! Ҡасып ҡына ҡотола алмаҫһың!» – тип ишетелә. Меҫкендең ҡото оса, ул бар урманды яңғыратып, шарылдап илап, йүгереп ҡайтып китә.
Ағаһы ҡустыһын ҡурҡытҡан арыҫлан янына киткән, ти.
– Һай, арыҫлан, нишләп ҡурҡыттың минең туғанымды? Баҫтырырмын, ялтырар аяҡтарың! – тиеп үкереп ебәргән. Айыу үҙе кәүҙәгә бәләкәй булғас, тауышы ла көсһөҙ генә булып, дошманына ошолай ишетелгән: «Һай, арыҫлан, нишләп ҡурҡытаһың минең тубығымды? Баҫа алмайым, ҡалтырай аяҡтарым». Арыҫлан, ергә ятып, эсен тырнап көлөргә тотонған. Ағаһы артынан йүгереп килгән ҙур кәүҙәле кесе айыу балаһы, был арыҫлан ер тырнап, ағайымды туҡмарға әҙерләнә тип уйлап, ағаһына ҡысҡырған:
– Ағай, туҡта, алға барма! Алыҫҡараҡ ҡасайыҡ!
Кесе айыуҙың тауышы арыҫланға асыулы булып: «Ағай, туҡмарға барам, арыҫланды ҡасырайыҡ!» – тип ишетелгән. “Бәләкәс кәүҙәлеһенә бирешмәһәм дә, ҙурынан ҡотолоп булмаҫ”, тип ҡото осҡан арыҫлан был урмандан бөтөнләй ҡасҡан.
Ошонан алып был яҡтың урманында айыу­ҙар ғына хужа икән. «Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә» тигән әйтем ошо ағай-ҡустынан килеп сыҡҡан, ти.


Бәхтейәр РӘХМӘТУЛЛИН,
Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас