Үпкәсел Сыбарҡай
(әкиәт)
Әбей менән бабайҙың тауығы булған. Улар уны бик ныҡ яратып Сыбарҡай тип атағандар. Тауыҡ бик ашамһаҡ булған. Бер туҡтамай ем талап иткән дә йөрөгән, ти.
Бер көн әбей тауығын ашатырға онотҡан. Сыбарҡай үпкәләп, урманға ҡасҡан. Хужалары илай–илай өс көн эҙләгән. Ҡарамаған ер ҡалмаған, әммә таба алмағандар. Шунан бабай баҙарҙан яңы, тағы ла сыбар, тауыҡ һатып алған. Быныһын да яратып, бер туҡтамай ашатҡандар, эсергәндәр, ти.
Бер төн барыһы ла йоҡлап киткәс, аҙбарға Сыбарҡай ҡайта. Ят тауыҡты күреп аптырай, хужаларына тағы ла нығыраҡ үпкәләй. Шунан яңы тауыҡҡа хужаларын яманлап һөйләй. Ул шул ҡәҙәре бахыр тауыҡты ҡурҡыта, хатта был яңы тауыҡ та урманға ҡасырға була.
Иртәнсәк, әбей тауығын ашатырға сыҡһа, аҙбар буш. Бөтөн ауылды бер итеп эҙләй, тауыҡ табылмай. Былар, тағы тауыҡ һатып ала, тауыҡ тағы юғала. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Нимә эшләргә?
Оҙаҡ уйлағандан һуң әбей менән бабай әтәс һатып алырға була.
Иртәнсәк әбей әтәсен ашатам тип сыҡһа, аҙбары тулы тауыҡ, ти.
Кис, Сыбарҡай сираттағы яңы тауыҡты үҙе менән алып китәм тип килһә, әтәс уны сығармаған да ҡуйған, ти. Сыбарҡайҙы эҙләп, иптәштәре килгән икән, әтәс уларҙы ла бер ҡайҙа ла ебәрмәгән, ти.
Ларина Шакирова,
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тахталым мәктәбе уҡыусыһы.
Көлөп тор ҙа көтоп тор
Йәшәгән, ти урманда Жираф. Унан килбәтһеҙ оҙон муйынынан барыһы ла көлгән, үсекләгән. Бигерәк тә мөгөҙтанау Ҡадир йәнен көйҙөргән, теңкәһенә тейгән. Шулай, Шишәмбе көндө Мөгөҙтанау килгән дә: “Эй, һин, һин мине, исмаһам, саҡ ҡына булһа ла күрәһеңме ул, һонтор?” – ти икән.
Жираф ишетмәмешкә һалышҡан. Иғтибар итмәҫкә булған.
Икенсе көндө Мөгөҙтанау ағастан емеш өҙмәксе булып үрелгән икән, әммә буйы етмәгән. Аптырағас, ул, үҙе әйтмешләй, “һонтор”ҙо саҡыра.
Жираф:
-Нимә һинең әллә шуға ла буйың етмәйме? – тип, емеште өҙөп бирә.
Икенсе кешенең үҙенсәлегенән көлөр алдынан уйла: Бәлки, алдағы көндәрҙә уның тап шул һыҙаты һиңә кәрәк булыр.
Ильяс Ҡазыев,
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тахталым мәктәбе уҡыусыһы.
Хикәйә
Лилиәгә алты йәш тулыр саҡта ғына, әсәһе уны балалар баҡсаһына алып барҙы.
Ят ҡыҙҙы балалар үҙһенмәй, ҡаға, кәмһетә башланы. Ул асыуынан, бер ҡыҙға сер итеп: “Хәҙер барығыҙ ҙа йоҡлап китһәгеҙ, мин Мәсекәй әбейҙе саҡырам да, һеҙҙе ҡурҡытам,” – ти икән. Сер итеп әйтелгән хәбәр, ҡайһы берҙә бик тиҙ тарала. Йоҡо сәғәте яҡынлашҡанда, был хәбәрҙе бөтөн балалар ҙа белә ине инде.
Йоҡо мәле етте. Барыһы ла йоҡларға ятты. Тик бер кем дә күҙ ҙә ҡаҡманы. Балалар Мәсекәй әбейҙән ҡурҡалар.
Ә Лилиә бар нәмәне онотоп, беренсе булып, йоҡланы ла китте. Кемдеңдер шыбырлауына уянып киткәндә, балалар бер крауатҡа йыйылып, уға ҡарай-ҡарай нимәлер тураһында һөйләшә ине. Лилиәнең уянғанын күреп, тиҙ генә крауаттарына ятып йоҡлап киттеләр.
Шулай беренсе көн үтеп китте.
Икенсе көндө балалар баҡсаһына Лилиә иң матур күлдәген кейеп килде. Кәйефе күтәренке, үҙе шат йылмая. Уның бөгөн тыуған көнө.
Ә ниңә бүлмәлә бер кемдә юҡ? Ҡайҙа булған уның төркөмдәштәре? Кем менән ул бөгөнгө ҡыуанысын уртаҡлаша? Шундай ҡара уйҙарҙан ул ултырҙы ла ҡысҡырып илай башланы.
Илауын ишетеп, балалар икенсе бүлмәнән йүгереп килеп сыҡты. Матур кейенешкән, һәр беренең ҡулында бүләк ине. Ҡыҙыҡай иптәштәрен тәмлекәстәр менән һыйланы. Балалар күңелле уйындар уйнаны, шаярҙы, көлдө. Лилиәнең иң шәп тыуған көнө бик матур үтте.
Шулай, балалар бер-бер береһенә асыуланышып, оҙаҡ йөрөмәй. Хәҙер генә дуҫлаша һала.
Азалия Шафикова,
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тахталым мәктәбе уҡыусыһы.
Алйот
Борон заманда йәшәгән, ти, бер ярлы һунарсы менән бай. Бай кеше бөтөн ярлыларҙы алйот, тип атаған. Ярлы һунарсыны ла шулай тип йөрөткән, һунарсы уға бер нисек тә яуап бирмәгән. Түҙгән генә.
Бер көн бай мәсеткә барған. Намаҙ башланыуын көтөп, халыҡ тышта торған. Шунда ул һунарсыны күреп, янына барып һөйләшә башлай. Һүҙҙән ары һүҙ китә, Һунарсы:
Бына, бай ағай, минең этем көсөкләне. Барыһы ла көсөктәрен һорай, – ти икән.
– Иң һәйбәттәрен миңә ҡалдыр, - ти, бай.
–Миндә көсөктәр ике төрлө: береһе ҡысҡырып өрә, икенселәре шым өрә. Һеҙгә ниндәйе кәрәк?
–Әлбиттә, ҡысҡырып өргәндәре.
Шул арала намаҙ ваҡыты етә, мәсет эсенә инәләр.
Һунарсы:
–Һеҙгә ниндәй тауышлыһы кәрәк? – тип һорай.
–Бына шундайы, тип бай бар мәсет яңғыратып, өрә башлай.
Иман, байҙың ҡыланыуын яратмай мәсеттән ҡыуып сығара. Ярлылар мулланан:
–Йә, бай ағай, ярлылар алйотмы?- тип һорағандар.
–Юҡ, юҡ, мин алйот, мин, - тип яуап биргән бай.
Аделина Солтанова,
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының
Тахталым мәктәбе уҡыусыһы.