-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Сентябрь 2025, 13:25

Бәпкә нисек ҡоҙғондан ҡотолдо?

Әкиәт

Бәпкә нисек ҡоҙғондан ҡотолдо?
Бәпкә нисек ҡоҙғондан ҡотолдо?

Тау-урмандар араһындағы бәләкәс кенә бер ауылда Ғәйшә исемле бер ҡыҙ йәшәй, ти. Үҙе һөйкөмлө, алсаҡ, үҙе егәрле, ти, был ҡыҙыҡай. Оҙон толомона алһыу таҫма ҡушып үреп ала ла өйҙә әсәһе менән өләсәһенә ярҙамлашырға тотона, ти.
Йәй етһә, Ғәйшәнең хәстәрлектәре бигерәк күбәйә. Ул ҙур ҡаҙ көтөүен көн дә туғайға ҡыуа. Өләсәһе йыл да өс-дүрт оя ҡаҙҙы йомортҡаларын баҫырға ултырта. Шуларҙан сыҡҡан һары ғына йомшаҡ бәпкәләр бер аҙ үҫә төшкәс тә, Ғәйшә уларҙы туғайға йөрөтә башлай. Ҡайһы берҙә ике бәләкәй ҡустыһын – Арыҫлан менән Рамаҙанды ла эйәртә. Бәпкәләр инәләре менән күлдә йөҙә, йәшел үләнде ашап кинәнә. Ҡустылары туғай буйлап сабыша.
Тик бер көндө зәңгәр күктә бер ҡара тап барлыҡҡа килде. Ҙур ҡоҙғон ине ул. Ғәйшә яуыз ҡошто күрмәй ҡалды, сөнки үләнгә түшәлгән одеялға һуҙылып ятып, телефонынан күҙен ала алмай ине. Был көндө ҡусты­лары ла килмәгәйне.
Инә ҡаҙҙар ҡысҡырып ҡаңғылдашырға тотондо. Ғәйшә ҡоҙғондоң, уҡтай атылып килеп, бер бәпкәне эләктереп алып киткәнен шәйләне.
Эх-х! Ҡыҙыҡай һарыҡай бәпкәне бик йәлләне, илай-илай һыу буйына төштө. Сеү! Был кем тауышы?! Ярға яҡында ғына һыуҙа бер ят ҡош ултыра. Шул һөйләшә бит!
– Эй һылыу ҡыҙыҡай, мин һиңә ярҙам итә алам. Тик һин дә миңә ярҙам ит. Тәпәйем менән сырмалсыҡҡа эләккәнмен, мине шунан ҡотҡарсы.
Изге күңелле ярҙамсыл Ғәйшә ҡошто ҡотҡарҙы, әлбиттә. Ҡотҡарыуы булды, ваҡыт, әйтерһең, кирегә әйләнде. Ҡоҙғон арты менән осоп килде, тәпәйендәге бәпкәне ергә төшөрҙө, үҙе бая ғына уҡтай атылып төшкән юлы менән өҫкә ҡарай уҡтай атылды.
Кино таҫмаһын кирегә әйләндергән кеүек булды был хәл. Ярай, иң мөһиме – бәпкә ҡотҡарылды.
Ғәйшә, теге ҡошҡа рәхмәт әйтергә теләп, һыу буйына төштө. Тик ҡош юҡ ине инде. Тылсымдың серен дә белмәй ине Ғәйшә. Ысынында ул ҡошто Ғәйшәгә ярҙамға беҙгә күренмәгән Илаһи көс ебәргәйне. Изге күңелле, ярҙамсыл ҡыҙыҡайҙың күңелен болот баҫмаһын, бәпкәһе кире ҡайтһын, тигән ул Илаһи көс. Бына шулай итеп изгелектән изгелек тыуҙы.

Азат КАМАЛОВ,
Өфө ҡалаһының 161-се лицейы уҡыусыһы.

Рузалия Ҡаһарманова фотоһы.

Автор:
Читайте нас