Быйыл Ҡалтасы районында Өфө – Яңауыл юлында 14 йәшлек ике үҫмер һәләк булды. Икәүләшеп питбайкка атланып, трасса буйлап ҙур тиҙлектә елдереп китеп барғандар. Бер машинаны ҡыуып уҙған саҡта ҡаршыға килгән “Лада-Гранта”ға бәрелгәндәр. “Лада-Гранта” кюветҡа осҡан, уны йөрөткән 19 йәшлек егет зыян күрмәгән.
Һәләк булғандарҙың икеһе лә арыу ғаиләнән булған, икеһе лә каникулға күршеләш ауылдарҙа йәшәгән туғандарына килгән. Яңауыл малайына атаһы былтыр питбайк бүләк иткән булған. Олатаһы уға баҫыу, ялан юлдарында ғына йөрөргә рөхсәт иткән, трассаға сыҡмаҫҡа ҡушҡан.
Ҡазалы көндө үҫмер дуҫына бара, икәүләшеп машиналар геүләп торған магистралгә сығып китәләр, олатайҙың тыйыуы тиҙ генә онотола. Руль артында ултырғанының шлемына GoPro экшн-камераһы беркетелгән була. Тимәк, улар шәплектәрен төшөрөп алырға теләгән. Кәттә булып күренеү берҙән-бер ғүмереңдән ҡиммәтерәк булып сығамы икән ни?
Июнь айында Тәтешле районында ике питбайк бәрелешеп, 15 йәшлек үҫмер һәләк була, 16 йәшлеге, Нефтекама машиналар эшләү колледжы уҡыусыһы, ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Һынмаған ере ҡалмаған, ти. Аллаһ һаҡлаһын!
Баймаҡ районында ике үҫмер мопед менән сығып китә. 16 йәшлеге йөрөтә, 17 йәшлеге артҡа ултыра. Йүнләп йөрөтөргә лә өйрәнмәгән таныҡлыҡһыҙ малай иптәшенең осоп төшөп ҡалыуына сәбәпсе була. Үҫмерҙе “ашығыс ярҙам” машинаһы дауаханаға алып китә, әммә ҡотҡара алмайҙар, бишенсе көнөнә ул вафат була.
Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында таныҡлыҡһыҙ үҫмер “Приора” автомобилендә юлға сыға һәм самокат менән китеп барған ҡыҙға төкөй. 17 йәшлек ҡыҙ һәләк була. ДПС инспекторҙары әйтеүенсә, был үҫмер элгәре лә ике тапҡыр таныҡлыҡһыҙ йөрөп тотолған. Бына хәҙер килеп ниндәй фажиғәгә тарыған, кеше ғүмерен ҡыйған.
17 июндә Өфө ДАИ-һы Тимашев ҡасабаһында квадроциклға ултырып алған 11 йәшлек малайҙы туҡтата. Малайҙың таныҡлығы юҡ, етмәһә, бындай транспортта дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығырға ярамай. Юл хәрәкәте инспекторҙары квадроциклды тартып ала һәм штраф туҡталҡаһына оҙата. Был ваҡиға эҙенән ата-әсәне балаға тәрбиә бирмәгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары мөмкин. Таныҡлығы булмаған кешегә транспортын биреп ҡуйғандарға 30 мең һумлыҡ штраф та һалына. Тыңламаған баланы ата-әсәнән тартып алыу ихтималлығы ла бар.
Юл-транспорт хәрәкәте өсөн яуаплы ойошмалар етәкселәре яҙ уҡ Башҡортостан юлдарында “Не рули, малай!” тигән акция иғлан иткәйне. Улар үҫмерҙәрҙең юлда транспорт ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоуы, йыш ҡына юл ҡазаларына тарыуы, хатта һәләк булыуы өсөн ныҡ борсола. Акция барышында инспекторҙар йәше етмәгән балаларҙың рулгә ултырыуын иҫкәртеү өсөн рейдтар үткәрә, тотолған балаларҙың ата-әсәһен саҡырта, штрафтар һала. Күптәрҙе шул һорау аптырата: ул ата-әсәләр, нимә уйлап, йөрөтә белмәгән, йәше лә етмәгән балаһына мотоцикл, квадроцикл алып бирә икән? Нимә уйлап, уға үҙенең автомобилен йөрөтөргә рөхсәт итә икән?
Балаларҙа йыш ҡына ҡурҡыу, үҙеңде һаҡлау инстинкты шәп күренергә теләү алдында юҡҡа сыға. Ҙур-ҙур тиҙлектәрҙә елдереү мөмкинлеге баштарын әйләндерә, айыҡ аҡылдан яҙҙыра. Тик бының ахыры йыш ҡына фажиғә менән тамамлана. “Не рули, малай!” тиһәләр, ҡолаҡ һалығыҙ, малайҙар, егеттәр! Өлкәндәр бушты һөйләмәй ул.