-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
18 Сентябрь 2025, 09:25

Сентябрь һанының шиғриәт бәйгеһе

Бөрйән, Өфө, Туймазы райондарынан шиғырҙар

Сентябрь һанының шиғриәт бәйгеһе
Сентябрь һанының шиғриәт бәйгеһе

Телем минең берәү!

– Әсә теле – ул берәү!
Онотма һөйләшергә,
Ҡайһы ғына ваҡытта ла
Башҡортса өндәшергә!

Рус, инглиз телдәрен дә
Тырышып өйрәнермен.
Тик үҙ телемдә мин һәр саҡ
Ихласлап һөйләшермен!

Йәшә, минең көслө телем,
Һин бит беҙҙе йәшәтәһең.
Илемде яратырға
Күңелдә нур уйнатаһың!

Ислам ШӘРИПОВ,
Бөрйән районының Яуымбай  мәктәбе уҡыусыһы.

Тыуған ауылым

Тауҙар уратып алған
Минең тыуған ауылымды.
Төҙөк, яңы йорттары –
Яратам Килдеғолдо.

Килдеғол тигән бабай
Ауылға нигеҙ һалған.
Тәбиғәте матур, йәмле
Һине күреп кем туйған?

Гел генә һағынып ҡайтам
Ожмах иле – ауылымды.
Мәңге йәшә һин шулай,
Бирешмә ел-дауылға!

Гөлиә Билалова,
Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе уҡыусыһы.


"Аманат"ым — дуҫым

Дуҫлаштым һинең менән
Кескәй генә сағымдан.
Уҡырға ла, яҙырға ла
Белмәй инем ул саҡта.

Эштән ҡайтҡан әсәйемдең
Уҡығанын көтә инем.
Яратҡан журналым «Аманат» —
Минең өсөн һин ҡанат!

Тоғро дуҫым, юлдашым,
Ышаныслы серҙәшем.
Илемә һәм телемә
Һүнмәҫ һөйөү уяттың.

Маҡсатлы йәшәргә,
Бейектәргә үрләргә,
Яҡшы кеше булырға
Өйрәттең һин, «Аманат»!

Киләсәге яҡты булһын
Яратҡан журналымдың!
Түҙемһеҙләнеп көтөп,
Дуҫтарың уҡып торһон!

Урал Хәлитов,
Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусыһы.


Ҡурай

Эй, серле ҡурай,
Һин хисле ҡурай.
Һинән сыҡҡан моң
Донъяны урай.

Башҡортҡа һәр саҡ
Юлдаш булғанһың.
Яу яланында
Көс, дәрт биргәнһең.

Илаһи моңдарың
Гел алға әйҙәй.
Ауыр саҡтарҙа
Күңелде арбай.

Ғәлинур Науразбаев,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Өләсәйем

Өләсәйем йырҙар тыңлай,
Башҡорт халыҡ йырҙарын.
Һин дә ишет, тыңла, бел, ти,
Тыуған телдең көйҙәрен.

Оҫта итеп бәйләм бәйләй,
Бармаҡтары һис талмай.
Беҙҙең ҡул-аяҡтарҙы,
Ул һыуыҡтарҙан һаҡлай.

Лилиә ФАХРАЗОВА,
Туймазы районының Серафимовка мәктәбе уҡыусыһы.

 

"Минең уҡытыусым", Рәмис Әлимбәков һүрәте.
Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас