-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Октябрь 2025, 10:30

Октябрь һанының шиғриәт бәйгеһе

Башҡортостан беҙҙән башлана шиғриәт бәйгеһе

Октябрь һанының шиғриәт бәйгеһе
Октябрь һанының шиғриәт бәйгеһе

Мин яратам һине, илем!

Башҡортостан — тыуған илем,
Матур-матур күлдәрең бар.
Айыу, бүре аҙашырлыҡ,
Бейек тауҙар, урманың бар.

Мин яратам һине, илем,
Мин яратам башҡорт телен.
Һин бит минең берҙән-берем,
Башҡортостан — тыуған илем!

Нурсилә Хәсәнова,
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусыһы.

Шундай һөнәр эйәһе бар

Шундай бер һөнәр эйәһе бар:
Бөтә кеше уға тиң, яҡын.
Балаларҙы яратҡанғамы,
Бөркөлә унан дәрт-ипкен.

Уҡытыусы! Ул хөрмәткә лайыҡ.
Бөтәһенә дуҫ та, иптәш тә.
Тик яҡшыға ғына өйрәтә ул,
Һәм һәр ваҡыт өлгө бар эштә.

Уҡытыусы бөтә ауылыма,
Ярата бит уны һәр кеше.
Шуғамы икән бөтәбеҙ ҙә татыу —
Шулдыр уның хеҙмәт емеше.

Дарина Зарипова,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы.


Уҡытыусым — яҡын дуҫым

Уҡытыусым — яҡын дуҫым —
Мәктәптең йөҙөк ҡашы.
Тормошҡа юлдар ярыусы,
Белемдең шишмә башы.

Уҡытыусым, ниндәй генә
Һүҙҙәр менән данлайым?
Әйтер һүҙҙәр араһынан
Иң изгеһен һайлайым.

Саф күңелең, ихласлығың
Әсир итмәй кемдәрҙе?!
Мәңге йәш бул, өлкән дуҫым,
Шатлыҡта үткәр көндәрҙе.

Әлиә Заһирова,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы.

55 йыллыҡ юбилейын билдә­ләүсе Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се Баш­ҡорт гимназияһы уҡыусылары ижады.

Гимназиям

Фатима Хәмит ҡыҙы
Исемендәге мәктәпкә.
Килдем мин дә уҡырға,
Өмөтләнеп киләсәккә.

Бында ныҡ матур мәктәп,
Бында күңелле беҙгә.
Бында балалар һөйләшә
Башҡорт телендә генә!

Сара Абдуллина.

Беҙ бәхетле бында уҡығанға

Атайым да, әсәйем дә
Уҡыған был мәктәптә.
Гимназия беҙҙең өсөн
Алдынғы һәр бер эштә.

Рух ныҡлығы ошонда, тип!
Гимназия ҡаршылай.
Үҙ телеңде өйрәтә,
Беҙ бәхетле ҡайһылай.

Азалия ФӘтхулова.

Гимназияма — 55!

Яратҡан гимназиябыҙ быйыл
55 йылын билдәләй.
Барыбыҙ ҙа әйтәбеҙ:
— Ҡотло булһын юбилей!

Тыуған телдә уҡытҡан өсөн
Рәхмәтлебеҙ Тыуған илгә!
Гимназияла уҡытҡан
Рәхмәтлебеҙ һәр кемгә!

Беҙ, гимназия ҡошсоҡтары,
Баш эйәбеҙ уҡытыусыға!
Гимназия данын таратып,
Осорбоҙ төрлө яҡҡа.

Рамаҙан Яҡупов.

Автор:
Читайте нас