Ямғырҙы йылғыр елдәр ҡыуып ебәргәс, ап-аҡ болоттар араһынан Ҡояш, үҙен еңеүсе итеп тойғандай, тағы ла алсаҡ йөҙө менән тәбиғәткә күҙ һалды.
Ошо илаһи матурлыҡҡа һоҡланып, мин үҙемдең был яланға ни эшләргә килгәнемде лә онотоп ебәргәнмен. Был йәйҙә бөгөн беренсе тапҡыр беҙ ғаиләбеҙ менән Ҡарауыл тауы итәгенә еләк йыйырға килдек. Атайымдың саҡырыуына һиҫкәнеп киттем һәм, тиҙ генә уның янына барып, еләк йыя башланым. Еләктең күплегенә иҫебеҙ китеп, беҙ яйлап ҡына тау башына ла менеп еттек. Унда күтәрелеү менән, тирә-яҡтағы бөтә урмандар, тауҙар күренде.
Тауҙың Ҡарауыл исеме лә шунан барлыҡҡа килгән. Бында менеп ҡараһаң, тирә-йүн утыҙ-ҡырҡ саҡырымға тиклем күренеп тора. Белеүегеҙсә, элек башҡорт ерҙәрен яулап алыр өсөн төрлө ят бауырҙар яу менән килер булған. Беҙҙең ата-бабалар, ошо тауға менеп, яу килгәнен күҙәткән. Ҡарауыл тауы эргәһендә шулай уҡ Айырғол, Әстәһол тауҙары ла бар.
Икенсе көнөнә, картуфлыҡтан ҡайтышлай, атайым машинаһы менән юлдан уң яҡҡа киткән беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ буйлап алып китте. Апаруҡ барғас, беҙ ҡола ялан уртаһында Ҡояшта йылтырап ятҡан ҙур булмаған күлгә юлыҡтыҡ. Беренсегә күргәс тә был күл күңелемә әллә ниндәй шом һалды. Ниндәйҙер сер һаҡлаған һымаҡ тойолдо ул миңә.
Күлдең тирә-яғы бик матур: ситендә — бер нисә тал ағасы һәм ҡамыштар, ә уртаһында һары һәм аҡ томбойоҡ сәскәләре йөҙөп йөрөй. Был — Ҡыҙбикә күле. Уның нишләп былай аталғаны миңә бәләкәй саҡтан уҡ билдәле.
Борон йәш һылыу ҡыҙҙарҙы ҡарт бабайҙарға кәләшлеккә бирер булғандар, сөнки улар ҡыҙҙың атаһына ҡалымға йөҙләгән ат йәки күп алтын-көмөш биргән. Ә ҡыҙҙар яратҡан егеттәре менән ҡасып киткән, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалған йәки яҙмыштарына буйһонған. Ошоға оҡшаш ваҡиға Ҡыҙбикә исемле йәш һылыуҙы ла урап үтмәгән.
Бер көн ул йәшәгән ерҙәрҙән ҡарт, ләкин бик бай бер бабай үтеп барған. Йәш ҡыҙҙы күреү менән уға ғашиҡ була ул. Ҡыҙҙың атаһы менән һөйләшеп, йөҙләгән ат бирә. Ә атаһы үҙ байлығын тағы ла арттырыу ниәте менән ризалаша. Ҡыҙбикә күпме генә иламаһын, атаһы үҙ һүҙенән кире ҡайтмай.
Иртәгә туй тигән төнөндә, берәү ҙә күрмәгәндә, ул тыуған йортонан, арбалы атҡа ултырып, сығып һыҙа.
Иртәгәһенә, "кәләшенең" ғәйеп булғанын белгәс, "кейәү" кеше уның артынан донъяның дүрт яғына икешәр сапҡынсы ебәрә.
Ҡыҙбикә, ҡасып, күпмелер ара үтеп өлгөрә, ләкин Ҡояш ҡалҡып, тәбиғәтте алтын нурҙарына сорнағас, ул артында сапҡынсыларҙы күреп ҡала, арбалы атты һыбайлылар тиҙ ҡыуып етә. Ҡыҙ эргәлә ятҡан күлгә табан атын бора.
Сапҡынсылар инде ҡыуып еттем тигәндә генә, ул аты менән бергә күлгә төшөп китә. Ҡыуа килгән егеттәр күлгә бик оҙаҡ ҡарап тора, ләкин ҡыҙ ҙа, ат та һыуҙан кире ҡалҡып сыҡмай.
Күлдең һыуы һыуыҡ, ә үҙе бик тәрән. Уның килеп сығышы ла серле генә: ҡола ялан уртаһында ҡайҙан бар булғандыр? Кем белә, бәлки, ер аҫты шишмәләре ҡушылғандыр?
Күл эргәһендә үҫеп ултырған йәш тал ағастары, ҡамыштар, томбойоҡтар шыбырлаша, бөтәһе лә Ҡыҙбикә тураһында һөйләй һымаҡ.
Ололар һөйләүенсә, йәйҙең йылы аяҙ төнөндә, тулы Ай ҡалҡҡан ваҡыттарҙа, күл төбөндә Ҡыҙбикәнең алтын тәңкәләре, күҙҙе ҡамаштырып, ялтлап ята, имеш.
Беҙҙең яҡ легендаларға, төрлө риүәйәттәргә бик бай төбәк. Әммә иң яҡыны миңә ошоноһо. Бына шулай: һәр бер тау, күл, урман атамалары, ауыл исемдәре халҡым тарихын сағылдыра. Ә беҙҙең бурысыбыҙ — был тарихи ваҡиғаларҙы быуаттар төпкөлөнән киләсәк быуынға еткереү
Элина Түләкова,
Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.