Уралдың иң яратҡаны: ҡартаһы менән гөжләп торған бал ҡорттарын ҡарау. Беренсе тапҡыр аптыраңҡырап ситтән генә күҙәтә торғайны. Умартасылыҡ эшенә төшөнгәс, был эшкә батыр ғына тотоноп китте. Әллә бал ҡорттары уны тәүҙә яратып та етмәне, ахыры. Ҡаяуын батырып, ҡорт ныҡ ҡына сағып алғас, Урал балауыҙ һыҡҡайны. Хәҙер уны яраталар: быз-быз-быз тип эргәһенән йырлап ҡына осалар.
Ауылға төрлө тарафтан ҡайтҡан дуҫтары бар егеттең. Улар менән бергә Бетәс тауына еләккә йөрөнөләр, Кесе Һүрәмдә балыҡ тоталар, рәхәтләнеп һыу инделәр.
Бер көн иртән Урал ҡаҙ бәпкәләрен йәшел үләнгә урамға ҡыуып алып сыҡты. Ҡаршы өйҙән быҙау ҡыуалап сыҡҡан дуҫы Булат:
– Оооо, Урал, привет! – тип Уралды ҡосаҡлап алды.
– Сәләм, Булат, ҡасан ҡайттың? – тине Урал.
– Вчера вечером ҡайттыҡ бабушкаларға. Сестрёнкам да ҡайтты.
– Мин дә яңыраҡ ҡайттым. Атай-әсәйем, ҡустым менән икебеҙҙе ҡалдырҙылар. Үҙҙәре эштә.
– Урал, телёнокты ғына бәйләйем дә приду, встретимся, сильно соскучился, — тине Булат.
– Мин ошонда ҡаҙ бәпкәләренә үлән ашатам.
Быҙауын бәйләп, ашығып килеп тә етте Булат:
– Урал, сегодня так жарко, купаться барайыҡмы?
– Барайыҡ, ҡустымды ла алайыҡ.
– Мин сестрёнкамды алам.
Күптән күрешмәгән дуҫтар рәхәтләнеп һөйләштеләр, йәйге оҙон каникулға төрлө план да ҡорҙолар. Вата-емерә башҡортса һөйләшкән Булат:
– Урал, как ты красиво һөйләшәһең по-башкирски?
– Беҙ өйҙә гел башҡортса һөйләшәбеҙ бит, – тине Урал, ғорурланып.
Урал Хәлитов,
Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусыһы.