Тыуған илем — башҡорт иле!
Тыуған илем, ғәзиз ерем,
Һөйөүем һиңә мәңгелек.
Гимназиям тупһаһынан
Башлана ул изгелек.
Илемде мин маҡтармын,
Гүзәл еремде данлармын.
Эскән өсөн татлы һыуың
Булырмын тоғро ҡыҙың.
Тыуған илем — башҡорт иле,
Туған телем — башҡорт теле.
Мәңге йәшә, изге ерем!
Мәңге йәшә, әсәм теле!
Илназ Йосопов,
Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Торатау
Башҡорттарҙың изге тауы —
Торатауға мендем мин.
Башҡорт ере иркенлеген,
Матурлығын күрҙем мин.
Туғайҙарын, яландарын
Ҡарап һис тә туйманым.
Хайран ҡалып тәбиғәткә
Ҡурайымда уйнаным.
Ильяс Дәүләтбаев,
Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!
Мин тыуғас та әсәкәйем
Аҡ теләктәр теләгән.
Бәхетле бул, балам, тиеп
Бишек көйөн көйләгән.
Йырға һалып теләктәрен,
Сәңгелдәкте бәүелткән.
Төндәрен дә йоҡламайса,
Беҙҙе ул бит кеше иткән.
Рәхмәтлемен, әсәй, һинең
Йылы ҡулдарыңдың именә.
Һин биргән көс – һөйөү менән
Артылырмын бәхет иленә.
Күпме наҙлы һүҙҙәр теҙһәк тә,
Әсәкәйем, улар аҙ булыр.
Йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәтем
Сәскәләрҙәй матур, аҡ булыр.
Азалия Хәлилова,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы.
Мәңге йәшәһен башҡорт!
Сал Ирәмәлгә менеп,
Ҡулына тиҫбе тотоп,
Аҡ намаҙлығын йәйеп,
Бер ҡарт намаҙын уҡый:
"Лә иләһә иллә Аллаһ
Мөхәммәт Рәсүлуллаһ!"
Намаҙын уҡып бөткәс,
Ҡарт, Хоҙайға өндәшеп,
Доға ҡыла башланы:
"Йә Хоҙайым, Хоҙайым!
Башҡорттарым йәшәһен,
Башҡорт теле йәшәһен,
Тыуған ил мәңге булһын,
Йолалар гел һаҡланһын,
Ырыуҙар онотолмаһын,
Халҡым ирекле булһын!
Бер ҡасан да илемдә
Яуызлыҡ та булмаһын,
Яманлыҡ та булмаһын,
Һәм шулай уҡ, Хоҙайым,
Бер ҡасан да булмаһын
Башҡорт халҡы иманһыҙ!
Йә Хоҙайым, Хоҙайым!
Мәңге йәшәһен башҡорт!
Йә Хоҙайым, Хоҙайым!
Туған телкәйем булһын!
Тыуған илкәйем булһын!
Күп булһын башҡорттарым!"
Доға ҡылып бөтөргәс,
Ирәмәле өҫтөндә
Ҡарт һуңғы һулыш алды,
Йәне ожмахҡа уҡталды.
Арыҫлан Ғәлиев,
Учалы ҡалаһының Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейы уҡыусыһы.