Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер айыу. Ул бик ас булған икән, үҙе эҙләп ашай белмәгән, тик әҙерҙе генә көтөп йөрөгән.
Бына шулай бер көндө, алан-йолан ҡаранып, урман ҡыҙырып йөрөгәндә, ағаста бал ҡорттарының безелдәүен ишетеп ҡала. “Эх, балдары тәмлелер инде!” – тип уйлап ала ас айыу. Ләкин, бал ҡорттарының ҡаяуҙары осло икәнен иҫенә төшөрөп, туҡтап ҡала.
Шунан юлын дауам итә, ләкин теге хуш еҫле бал иҫенә төшә һәм кире борола. Солоҡ булған ағасҡа барһа, бал ҡорттары безелдәүҙән тынған, ахыры хуш еҫле сәскәләрҙән бал йыйырға осҡандар.
“Әһә!” – тип шатлана эстән генә айыу. — “Хәҙер тиҙ генә менеп балды ашайым да ҡасам”.
Ағасҡа үрмәләп менеп, хуш еҫле балды тәмләп кенә тәпәйе менән ала ла ялай, ала ла ялай, ти айыу. Шулай байтаҡ ҡына ләззәтләнеп бал ашай ул.
Егәрле, тырыш бал ҡорттары, аллы-гөллө сәскәләрҙән бал йыйып, ҡайтып етһә, айыу уларҙың тамсылап йыйған ҡышлыҡ аҙығын урлап ашап ултыра, ти. Асыуҙары килгән бал ҡорттары айыуҙы, кәрәген биреп, саға башлай. Ауыртыуға түҙә алмай, үкереп, айыу ағас башынан ҡолап төшә лә ағас янынан ҡаса. Уның артынан оҙаҡ ҡына асыулы бал ҡорттары баҫтыра бара. “Башҡа һорамайынса бер нәмә лә алмайым, үҙем эшләп ашайым! Теймәгеҙ инде миңә!” – тип илағас ҡына бал ҡорттары уны ебәрә.
Бына шулай шул, рөхсәтһеҙ бер ҡасанда кеше әйберенә тейергә ярамай.
Әҙилә Аҙнабаева,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.