Башҡорт телен уҡытырмын!
Ниндәй матур, ниндәй йомшаҡ
Яңғырай башҡорт теле!
Эх, шул тиклем яҡын, ғәзиз —
Ул бит минең туған телем!
Кескәй саҡтан әсәйемдең
Йырҙарын тыңлап үҫтем,
Шуның өсөн бер ҡасан да
Онотмам башҡорт телен.
Тырышып өйрәнермен уны,
Китаптар күп уҡырмын.
Ҙурайһам, әсәйем һымаҡ,
Уҡытыусы булырмын!
Башҡорт телен уҡытырмын!
Залина Фазылова,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы.
Башҡорт теле
Туған телем — башҡорт теле,
Ата-әсәмдең теле.
Башҡа телде өйрәнгәндә
Онотмам башҡорт телен.
Тыуған телемде яратам,
Саф башҡортса һөйләшәм.
Осраған һәр кешегә,
Үҙ телемдә һүҙ ҡушам.
Телем минең — ҙур байлығым,
Ул бит беҙҙең хазина.
Ошо байлыҡҡа ынтылам,
Бейек тауҙар башынан.
Илүзә Айытбаева,
"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Йәшә, телем!
Башҡорт теле — әсәм теле!
Ул минең туған телем.
Йәшә мәңге, башҡорт теле,
Ҡәҙерле, матур телем!
Минең телем — моңло көйөм,
Күңелемдә тамыр йәйгән.
Күкрәп сәскә атһын телем,
Йәшә, телем, йәшә, телем!
Алтынай Латипова
Баймаҡ районының Муллаҡай мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡыш етте
Көҙ үтте, ҡыш етте,
Бар тирә-яҡ ап-аҡ.
Тәҙрәләргә ҡыш бабай
Матур һүрәттәр һипте.
Ралина Әлимбәкова,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы
Ҡыш
Ағастарға ҡар ятҡан,
Ҡыш бабай аҡ тун япҡан.
Балалар тауҙан шыуа,
Һыуыҡтан ҡурҡмай улар.
Илгенә Хисаметдинова,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡар бабай
Ҡара әле, һин, ҡара,
Тышта ап–аҡ ҡар яуа.
Мин уйнайым, кинәнеп,
Апайым менән бергә.
Икәүләшеп, тәгәрәтеп,
Әүәләнек Ҡар бабай,
Ҡара әле, һин, ҡара,
Беҙҙең Ҡар бабай тора.
Данил Сисин,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Донъя аҡҡа күмелә!
Әсе ел тәҙрә ҡаға,
Ҡыҙылтүш миләш сиртә.
Ә тышта йәмле генә,
Ябалаҡлап, ҡар яуа.
Ҡыш еткәнгә, Яңы йылға!
Бар тәбиғәт шатлана.
Ә балалар дәрестән һуң
Тау шыуырға ашҡына.
Ислам Ғәлиуллин,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.