Борон замандамы, әлегә ваҡыттамы, урманда бер бәләкәй генә Сәскә исемле ҡуян балаһы йәшәгән, ти. Ул бик нескә күңелле һәм йомарт булған, ти.
Бер көндө ул, үҙенең бәләкәй генә гитараһын алып, уйнап ебәрә. Бик матур көй уйнай ул. Уның моңо бар урманға тарала.
Күңелле гитара тауышын ишетеп, төрлө яҡтан ҡоштар, йәнлектәр йыйыла. Ә Сәскә уйнай ҙа уйнай, уйнай ҙа уйнай, ти. Моңло көйгә ҡушылып, ҡоштар һайрай, сәскәләр, һелкенеп, бейей икән, ти. Бына шулай, ҡуян балаһы урманға йәм өҫтәүсе булып китә.
Әмирә Йәлилова,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.