

Атайымды бик яратам
Атайымды бик яратам,
Ул бит тик үҙемдеке.
Ҡыҙым, тип, ярҙамсым, тип,
Гел һөйөндөрә мине.
Атайымдай ҡыйыу, батыр,
Көслө булаһым килә.
Уңған булып, зирәк булып,
Һөйөндөрәһем килә.
Атайымдың күҙҙәрендә
Гел шатлыҡ булһын ине.
Минең ҡыҙым, тип һөйөнөп,
Гел көлөп торһон ине.
Камилә Ниғәмәтуллина,
Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ағайҙарым ил һаҡлай
Ике мең дә егерме икенсе йылдың
Көҙ айының һалҡын таңында
Ғәзиз илем үҙенең уландарын
Ил һаҡларға саҡырҙы!
Күп ағайҙар яуға күтәрелде,
Тыуған илен һаҡларға.
Тыныс киләсәк өсөн
Дошманды тар-мар итергә!
Күпме михнәт күрҙе улар
Яуҙың алғы сафында.
Еңеү менән ҡайтыр улар
Тыуып үҫкән йортона!
Зөлхизә Абдуллина,
Баймаҡ районының Күсей мәктәбе уҡыусыһы.
Онотмайыҡ бөйөк исемдәрен!
Ир-егеттәр китте яуға,
Тыуған илен, ерен һаҡларға.
Оҙатып ҡалды яҡындары,
Ҙур өмөттәр бағлап уларға.
Оҙаҡ барҙы ҡаты һуғыш,
Көнөн-төнөн янды ерем.
Ҡандар аҡты йылға булып,
Бирешмәне Тыуған илем.
Өйҙә көттө күпме әсә,
Ҡасан ҡайтыр балам, тиеп.
Дошмандарҙы еңеп, улы
Ҡайтып инде миҙал тағып.
Хәҙер ҙә илем тыныс түгел,
Йәшәйек белеп ҡәҙерҙәрен.
Яуҙа ҡалған батырҙарҙың
Онотмайыҡ бөйөк исемдәрен!
Гүзәлиә Сәйфуллина,
Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡышҡы рәхәтлек
Өймәләтеп ҡар яуа,
Ҡыштың селләһе беҙҙә.
Дуҫым менән сана шыуам,
Тыныслыҡ теләп илгә.
Тәрән көрткә ҡолай-ҡолай,
Рәхәтләнеп сана эйҙек.
Ҡарлы ҡышыбыҙҙан
Ләззәт,сәм һәм дәрт алдыҡ.
Тауҙар, урмандарға бағып,
Ҡышҡы матурлыҡты байҡап,
Саф һауала рәхәтләнеп,
Ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ.
Нурдауыт Вәлитов,
Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы
"Ватанды һаҡлаусы көнө!" Таһир Рәхимов, Ауырғазы районының Талбазы ауылы.